Онта́рио (ингл. Ontario) — Канада һәм АҠШ сигендәге күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.

Озеро
Онтарио
ингл. Lake Ontario, фр. Lac Ontario
Морфометрия
Абсолют бейеклеге75 м
Үлсәме311 × 85 км
Майҙаны19 500 км²
Күләме1640 км³
Яр һыҙаты1146 км
Иң тәрән урыны244 м
Уртаса тәрәнләк86 м
Бассейн
Бассейн64 030 км²
Впадающая рекаНиагара
Урынлашыуы
43°41′42″ с. ш. 77°57′31″ з. д.HGЯO
Канада Онтарио
Точка
Онтарио
Нью-Йорк (штат)
Точка
Онтарио
 Онтарио Викимилектә

География

үҙгәртергә

Майҙаны — 19,5 мең км². Ҙурлығы буйынса донъяла 14-се, ә АҠШ-та — 5-се урынды биләй.

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 75 м. Яр буйы һыҙығының оҙонлоғо — 1146 км. Көнбайыштан көнсығышҡа табан 311 км-ға һуҙылған. Киңлеге — 85 км.

Максималь тәрәнлеге — 244 м, уртаса тәрәнлеге — 86 м.

 
Онтарио пляжы

Күлгә ҡойоусы Ниагара йылғаһы һәм каналдар аша Эри күле һәм Гудзон йылғаһы менән, ә күлдән сығыусы Изге Лаврентий йылғаһы аша — Атлантик океан менән тоташа.

Күлдең акваторияһы эргәһендә Бармаҡ-күлдәр (ингл. Finger Lakes) урынлашҡан, улар типик туннель үҙәндәргә ҡарай.

Күл буйындағы төп порттар — Торонто, Гамильтон, Кингстон (барыһы ла — Канада) һәм Рочестер (АҠШ).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES