Перископ
Периско́п (от бор. грек. περι- — «тирә-яҡ» и σκοπέω — «ҡарайым») — йәшенгән урындан, танкынан, һыу аҫты кәмәһенән һ.б. тирә-яҡты күҙәтә торған оптик прибор [1]; ышыҡланған урындан йәки һыу аҫты кәмәһенән күҙәтеү өсөн хеҙмәт итеүсе оптик прибор[2].
Иң ябай формаһы — торбаның ике осона 45° ауышлыҡта ҡуйылған көҙгөләр. Күҙәтеүсе йәшерен урындан көҙгөнән күҙәтә ала. Ҡатмарлы варианттарында көҙгө урынына призмы ҡулланыла, һүрәтләнеш линзалар ярҙамында ҙурайтыла. Һыу аҫты кәмәһе перискобы, ҡулдан тотоп ҡарай торған хәрби перископтар хәрби эштә киң ҡулланыла.
Технология тарихы
үҙгәртергәПерископҡа оҡшаған беренсе приборҙы 1430 йылдарҙа Иоганн Гутенберг эшләгән. Ул эшләгән ҡоролма Аахен фестивалендә халыҡ өйөмөндә өҫтән ҡарарға мөмкинлек биргән.
1647 йылда Ян Гевелий үҙенең Selenografia, sive Lunae Descriptio (Селенография, йәки Айҙы тасүирлау) тигән хеҙмәтендә перископ тураһында яҙа һәм беренсе тапҡыр хәрби эштә ҡулланырға тәҡдим яһай. 1854 йылда француз ғалимы Ипполит Мария-Дэви торба һәм 45° мөйөш менән ҡуйылған диңгеҙ перискобын эшләй. Һыу аҫты кәмәһәндә беренсе перископты америкалы Томас Доути АҠШ-та 1861—1865 йылдарҙа Граждандар һуғышы йылдарында ҡуллана.
Беренсе донъя һуғышы йыодарында винтовка күбәгенә беркетелгән перископтар ҡулланыла. Окопта йәшенгән уҡсы, пепискаптан ҡарап хәүефһеҙ рәүештә дошманға ут аса ала.
Икенсе донъя һуғышында перископтар танктарға ҡуйыла
С-56 Владивосток карабы рубкаһында перископ. | С-56 һыу аҫты кәмәһенең күҙәтеү перискобы. | Совет һыу аҫты кәмәһе перископ тәрәнлегендә йөҙә, фото 1986 йылда америка самолётынан төшөрөлгән. |