Рамаҙан
Рамаҙан (ғәр. رمضان [ra.ma.dˤaːn], йәки Рамаза́н (төр. Ramazan [ɾɑmɑˈzɑn]; рус. Рамазан) — мосолмандар өсөн исламдың биш нигеҙенең береһе булып торған мотлаҡ ураҙа (саум) тота торған ай.
Рамаҙан | |
Культура | Ислам |
---|---|
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Ураҙа байрамы |
Йылдың көнө | Рамаҙан |
Рамаҙан Викимилектә |
Ураҙа
үҙгәртергәРамаҙан айы дауамында хаҡ динле мосолмандар көндөҙгө ваҡытта аҙыҡ-түлек ҡабул итеүҙән, эсеүҙән, тәмәке тартыуҙан һәм енси яҡынлыҡ ҡылыуҙан баш тарта. Ай оҙонлоғо 30 көн тәшкил итә һәм ай календарына (ҡара.: ислам календары) бәйле. Ураҙа таң атҡандан (иртәнге аҙандан һуң) башлана һәм ҡояш байығас (киске аҙандан һуң) тамамлана.
Көн һайын мосолмандар ураҙа тоторға ниәт әйтеп, уны үтәй .
Төнгө намаҙҙан (йәстү, иша) һуң көн һайын мосолмандар күмәкләп 8 йәки 20 рәҡәғәттән торған тәрәүих намаҙы ҡыла. Айҙың һуңғы ун көнөндә Ҡәҙер кисәһе башлана.
Шәүүәл айының тәүге көнөндә, рамаҙан айының тамамланыуы хөрмәтенә Ураҙа байрамы уҙғарыла. Был көндө мосолмандар байрам намаҙы уҡый һәм мотлаҡ фытыр саҙаҡаһы тарата.
Ҡатын-ҡыҙҙың ураҙа тотоуы
үҙгәртергәҠатын-ҡыҙ өсөн физиологик сәбәптәр арҡаһында ураҙа тотоуҙың айырым шарттары бар: күрем ваҡытында ураҙа тоторға ярамай, йөклөлөк һәм бала тапҡандан һуңғы осорҙарҙа ла шулай уҡ әсәнең мөмкинлегенә ҡарап рөхсәт бирелә. Айлығы башланыуын белеү ауыҙға ниҙер ҡабып, ураҙаны өҙәләр, сөнки был хәлдә ураҙа тотоу гонаһ һанала. Ифтар инеүгә әҙ генә ваҡыт ҡалған булһа ла ураҙа боҙолған иҫәпләнә.
Ураҙа тотолмаған көндәр һанунса улар башҡа ваҡытта ураҙа тотоп, ҡаза ҡылып ҡуялар. Хәйез (айлыҡ) ваҡытында уҡылмай ҡалған намаҙҙар ҡаза ҡылынмай[1]
Галерея
үҙгәртергә-
Ярлылар ауыҙ аса. Азимзаде Азим Аслан оглы (1880–1943).
-
Мәсеттә ауыҙ асыу
-
Рамаҙан айында матур итеп биҙәлгән һәм яҡтыртылған ярым ай - һилал
-
Рамаҙан айында уҡыла торған тәрәүих намаҙы 1996 йыл, Ҡая Көмбәҙе
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- урыҫ телендә
- Али-заде, А. А. [648 Рамадан] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
- Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
- Резван Е. А. Рамадан // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 197—198. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Рамадан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) т. XXVI, с. 244