Сквош

ракеткалы спорт

Сквош — спорттың ябыҡ бинала туп һәм ракетка менән уйнау төрө. Уйын атамаһы (ингл. squash) диаметры 40 мм булған эсе ҡыуыш, сағыштырмаса йомшаҡ тупты файҙаланыу менән бәйле, ул — рэкетс (һүҙмә-һүҙ «ракеткалар») уйынының дауамы, тип иҫәпләнелә, сквоштан айырмалы рэкетста бик ҡаты туп ҡулланылған. Уйын (яңғыҙ — ике уйынсы; йәки парлы — дүрт) дүрт яҡтан да диуар менән уратып алынған кортта махсус ракеткалар ярҙамында алып барыла.

Сквош
Рәсем
Ил  Англия
Пиктограмма
Зона обслуживания бөтә донъяла[d]
 Сквош Викимилектә
Сквош

Ҡағиҙәләр

үҙгәртергә

Уйын осоп килгән тупҡа йәки туп иҙәндән һикергәндән һуң беренсе булып һуғыусыны билдәләү өсөн йәрәбә һалыуҙан башлана. Туп ҡаршы стенаға һуғылғанға тиклем ян яҡтағы стеналарҙан (боустар) ҡаҡлығыуы ихтимал. Әгәр ҙә туп ауттың фронталь һыҙатына һуғылһа йәки тауышлы панелгә эләкһә, уйынсыға аут иҫәпләнә[1].

Мәрәй иҫәпләү

үҙгәртергә

Мәрәй иҫәпләүҙең ике системаһы бар — традицион (британия) һәм заманса PAR (Point-A-Rally) иҫәпләүе. Әлеге ваҡытта традицион иҫәпләү заманса PAR иҫәпләүенән ҡалыша, иң әһәмиәтле донъя турнирҙарының бөтәһе лә PAR системаһы буйынса үткәрелә.

Традицион (британия)

үҙгәртергә

Мәрәй иҫәпләүҙең традицион системаһында мәрәйҙәрҙе тик тупты ҡаршы яҡҡа һуғыусы уйынсы ғына ала, ә тупты ҡабул итеүсе уйынсы, был осраҡта отһа ла, тик артабан тупҡа һуғыу хоҡуғына ғына эйә була. Был система 1926 йылда барлыҡҡа килә. Күпселек осраҡта туп уйнатыу 9 мәрәйгә тиклем, ә ярыштарҙа 5 мәрәйгә тиклем дауам итә.

PAR (Point-A-Rally Scoring)

үҙгәртергә

Мәрәйҙәрҙе иҫәпләүҙең Америка системаһы, тупты биреүгә йәки тупты ҡабул итеүгә ҡарамай, уйнатыуҙы отҡан уйынсыға мәрәй бирә. Бындай система буйынса иҫәпләүҙәрҙә уйын 11 мәрәйгә тиклем дауам итә (2004 йылға тиклем 15 мәрәйгә тиклем).

Спорттың күп кенә башҡа уйын төрҙәре кеүек үк, сквош Англияла барлыҡҡа килә. Уның ҡайһы ваҡытта тыуыуын атау ауыр. 1807 йылда баҫылған һәм Лондонда йәшәүселәрҙең көнкүрешен һәм ғөрөф-ғәҙәтен һүрәтләгән иң боронғо китап ошондай уйындың булғанлығын раҫлаған дәлил булып торалыр, күрәһең. Был китапҡа урынлаштырылған һүрәттәрҙең береһендә Флит стриттағы төрмәнең эске ихатаһы төшөрөлгән, унда британдарға хас булған спорт сәмен юғалтмаған бер нисә тотҡон, мауығып, төрмәнең бейек стенаһына ракетка ярҙамында туп һуға. Шул уҡ китаптағы тағы бер һүрәт Лондондағы икенсе бер Кинг бенч төрмәһендә лә тотҡондарҙың ошондай спорт уйыны менән мауығыуын раҫлай.

Төрмә диуарҙары артында тыуған уйын оҙаҡ ваҡыт ябай ғына «рэкетс» (ракеткалар) тип атала. Сквош һыҙаттарын алһын өсөн, рэкетсҡа бер нисә тиҫтә йыл оҙонлоғондағы юлды үтергә тура килә. Ошо ваҡыт эсендә ҡаршы яҡтағы бейек стенаның ике яҡ ҡабырғаһына кәртәләр өҫтәлә, шунан алғы һәм артҡы, ике яҡ ҡабырға стеналары булған корт барлыҡҡа килә.

«Сквош» («squash») атамаһы 1890 йылда баҫылып сыҡҡан инглиз китаптарының береһендә осрай, унда әйтелеүенсә, бындай уйын өсөн корт Хэроу-скул уҡыу йортонда ҡуйылған була. Был мәғлүмәткә Британ энциклопедияһы, Хэроу-скулда сквош уйынын 1820 йылда уҡ уйнағандар, тигән асыҡлыҡ индерә.

XIX быуат аҙағында сквош башҡа илдәргә һәм ҡитғаларға тарала башлай. Европалыларҙан тыш яңы уйын менән Төньяҡ Америкала йәшәүселәр, һиндтар, австралиялылар ҙа таныша. Ә океан аша Америкаға барыл эләккәс, сквош инглиз «атаһына» хас булмаған һыҙаттарға эйә була. Мәҫәлән, корттың үлсәмдәре һәм конфигурациялары Европалағынан ныҡ айырылып тора.

Сквош үҫешендә «сепаратизм» ярты быуаттан ашыу дауам итә. «Ҡумталағы» уйын бик күптәрҙе үҙенә ылыҡтырһа ла, ул популярлығы буйынса теннис йәки бадминтон менән тиңләшә алмай. Халыҡ-ара сквош федерацияһы мәғлүмәттәре буйынса, 1967 йылға сквошты ете генә илдә уйнайҙар, ә донъяла корттар һаны 5000 самаһы ғына тәшкил итә.

1970-се йылдарҙа аҙаҡ «сквош бумы» тип аталған хәрәкәт башлана. Хәрәкәтсән, мауыҡтырғыс уйын Азия, Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көньяҡ Америка илдәрендә бик күп көйәрмәндәрен таба. Егерме йыл үткәс, 1990-сы йылдар башына, 100 илдә сквош уйнайҙар. Әйткәндәй, Англия, Германия, Австралия кеүек илдәрҙә корттар һаны меңәрләп иҫәпләнелә, ә донъяла корттарҙың дөйөм һаны 36 меңдән ашып китә. 2000 йылға Халыҡ-ара сквош федерацияһына 143 дәүләт инә, ә сквош «ҡумталары» һаны донъяла 48 меңгә етә.

Хәҙер сквош буйынса чемпионаттар бөтә континенттарҙа һәм күпселек илдәрҙә үтә. 1967 йылдан шәхси һәм команда зачеттарында сквош буйынса донъя беренселеге үткәрелә. Әйткәндәй, беренсе донъя чемпионаты сквоштың тыуған ере булған Англияла, хатта һәр мәктәп уҡыусыһы был уйын менән таныш булһа ла, бер һүҙһеҙ донъя беренселегенә дәғүә итә алмауын күрһәтә. Бер нисә йыл дауамында (1973 йылға тиклем) донъя беренселегендә еңеүсе команда австралиялылар була. Артабан донъя рейтингының беренсе баҫҡысына Пакистан вәкилдәре күтәрелә, һәм улар тиҫтә ярым йыл дауамында донъя чемпионы титулын бер кемгә лә бирмәй.

Донъя чемпионатында еңелеүгә британдар үҙҙәренә хас булған тыныслыҡ менән ҡарай, һәм Англиялағы матчта еңеү һис шикһеҙ улар яғында буласаҡ, тип иҫәпләй. Бының менән оҙаҡ ваҡыт менән ризалашырға мөмкин була, ни тиһәң дә томанлы Альбиондың был йәһәттән мөмкинлектәре ҙур. Ә бына хәҙер Берләшкән Короллек сквошсыларының өҫтөнлөгө тураһында һүҙ алып барыу мөмкин түгел. Мысыр һәм Малайзия спортсыларының уңыштары, Голландия, Франция, Австралия, Яңы Зеландия, АҠШ һәм башҡа илдәрҙә тотороҡло рәүештә яңы көслө уйынсыларҙың барлыҡҡа килеүе сквоштың үҫеше глобаль ҡолас алыуын раҫлай. Сквош күптән инде Халыҡ-ара Олимпия комитеты ишеген шаҡый, һәм бер ни тиклем ваҡыт үтеү менән сквош кортындағы мауыҡтырғыс алыштар Бөтә Донъя Олимпиядаларының айырылғыһыҙ өлөшө булыр, тип ышанырға була.

Рәсәйҙә сквош 1990 йылдар башында үҫешә башлай. Беҙҙә был спорт төрөн таратыусы энтузиаст — АҠШ һәм Англиялағы фәнни командировкалары мәлендә уйын һәм тренер практикаһын алған техник фәндәр докторы В. П. Борисов. 1991 йылдан В. П. Борисов — Рәсәй сквош федерацияһының беренсе президенты. 1992 йылда беҙҙең спортсыларҙың халыҡ-ара аренала дебюты була. Германияла һәм Норвегияла үткән үҫмерҙәр турнирҙарында Физик культура академияһы студенттары Александр Ращупкин һәм Мария Горячева Европанан килгән тиңдәштәрен беренсе тапҡыр еңеүгә өлгәшә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй командаһының Европа чемпионаттарында ҡатнашыуы сквош уйыны буйынса күп йыллыҡ традициялары булған илдәр вәкилдәрен еңеү өсөн беҙҙең илгә балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү, Рәсәй сквошы географияһын киңәйтеү юлынан барырға кәрәклекте күрһәтте.

1997 йыл ватан сквошын үҫтереүҙә мөһим осор булды — Санкт-Петербургтың «Гиперсквош» клубы беренсе тапҡыр Рәсәйҙә халыҡ-ара турнир үткәрҙе. Был клуб тиҫтә йыл буйы Санкт-Петербургтың асыҡ чемпионаттарын үткәреүҙе дауам итә. Ошо осорҙа сквош буйынса халыҡ-ара турнирҙар Мәскәүҙә Мультиспорт үҙәгендә лә үткәрелә башлай. Мәскәү, Санкт-Петербург, Красноярск һәм башҡа ҡалаларҙа сквош корттарының һаны артыу менән бергә, спортсылар һаны ла арта, уларҙың оҫталыҡ кимәле лә күтәрелә.

Сквош буйынса күп тапҡырҙар Рәсәй чемпионы Алексей Северинов һәм көслө спортсыларҙың береһе Павел Сергеев — юғары уҡыу йортонда квалификациялы сквошсы-спортсыларҙы әҙерләү темаһына диплом эштәрен яҡлаған тәүге белгестәр. Сергей Кострыкин, Тимур Бурганов, Ирина Поддубная, Вячеслав Перфильев Дмитрий Гришанин, Максим Шокин, Роман Фетисов, Екатерина Глинчикова, Ирина Беляева (Ассать) һәм башҡалар дөйөм Рәсәй сквош спорты үҫешенә үҙ өлөштәрен индерә.

Сквош буйынса халыҡ-ара ярыштар үткәреү һәм башҡа донъя кимәлендәге ойоштороу мәсьәләләре менән Бөтә донъя сквош федерацияһы (WSF — World Squash Federation), Профессиональ сквошсы ир-егеттәр ассоциацияһы (PSA — Professional Squash Association) һәм Халыҡ-ара сквошта уйнаусы ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы (WISPA — Women's International Squash Player Association) шөғөлләнә. Хәҙерге Европа, Америка, Азияның Көньяҡ-көнсығыш илдәре, Австралия, Яңы Зеландия, Мысырҙа һәм башҡа илдәрҙә сквош уйыны киң таралған. Бөтә донъя сквош уйыны федерацияһы мәғлүмәттәре буйынса кәмендә 150 илдә сквош уйыны өсөн корттар бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бакал Д. С. и др. Большая олимпийская энциклопедия. — М.: Эксмо, 2008. — С. 566.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES
Done 1
Story 1