Тарапака (исп. Tarapacá) — Чилиҙың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Үҙенә 7 коммуна һәм 2 провинция берләштерә.

Тарапака өлкәһе
исп. Tarapacá
Герб
Герб
Флаг
Флаг
Ил

Чили

Статус

өлкә

Берләштерә

2 провинция
7 коммуна

Административ үҙәк

Икике

Эре ҡалалары

Икике, Альто-Осписио,
Посо-Альмонте

Өлкә башлығы

Пабло Валенсуэла

Рәсми тел

Испан теле

Халҡы (2006)

286 105 (1,74 %, 11 урын)

Тығыҙлығы

6,78 кеше/км² (11 урын)

Майҙаны

42 225,8 км² (5,66 %, 6 урын)

Диңгеҙ
кимәленән бейеклеге
 • Иң түбән нөктәһе



 0 м

Киңлеге

20°13′00″S

Оҙонлоғо

70°18′52″W

Тарапака өлкәһе на карте

Ваҡыт бүлкәте

UTC-4

Код ISO 3166-2

CL-TA

Телефон коды

+56-57

Рәсми сайты

Майҙаны — 42 225,8 км². Халыҡ һаны — 286 105 кеше (2006). Халыҡ тығыҙлығы — 6,78 кеше/км².

Административ үҙәге — Икике.

Географик урыны

үҙгәртергә

Боливия менән Тымыҡ океан араһында урынлашҡан. Чилиҙың төньяғынан икенсе өлкә.

Өлкәнең сиктәштәре:

Төп йылғалар

үҙгәртергә

Ҡурсаулыҡтар

үҙгәртергә
 
Икике ҡалаһы эргәһендә диңгеҙ һуғышы
 
Икике ҡалаһындағы театр
 
Тарапака өлкәһе. 1851-се йылғы карта

Тарапака өлкәһендә боронғо ҡая һүрәттәре (петроглифтар) табылыуы, был ерҙәрҙә кешенең борон-борондан килеүен таныта.

Бында чинчорро, аймара, уро һәм каманчако культуралары йәшәгән. Шуларҙың араһынан чинчорро индейҙары ер йөҙөндә иң беренсе булып мәйетте мумияға әйләндерә алғандар. Улар Арика ҡалаһына яҡын ярҙа торған булғандар.

Демографик мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Милли статистика институты, халыҡ иҫәбе алыу (INE-2002) мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны:

Бөтә халыҡ 238 950
шул иҫәптән: Ҡала халҡы 226 462 Ҡала халҡы өлөшө, % 94,77
Ауыл халҡы 12 488 Ауыл халҡы өлөшө, % 5,23
Ир-егеттәр 123 072 Ир-егеттәр өлөшө , % 51,51
Ҡатын-ҡыҙҙар 115 878 Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө , % 48,49
Халыҡ тығыҙлығы, кеше/км² 5,66
Ил халҡына ҡарата, өлкә халыҡ өлөшө , % 1,58

Иң ҙур торамалар (йәшәү пункттары)

үҙгәртергә
Торама Категория Халыҡ һаны

(2002)

Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Майҙаны

км²

1 Икике Ҡала 164 396 82 403 81 993 22,12
2 Алто-Осписио Ҡала 50 190 25 249 24 941 17,45
3 Посо-Алмонте Ҡала 6384 3373 3011 3,05
4 Пика Ҡасаба 2642 1350 1292 4,96
5 Колягуаси Ҡасаба 2032 2012 20 0,14
6 Уара Ауыл 956 533 423 0
7 Кебрада-Бланка Ауыл 821 805 16 0
8 Ла-Тирана Ҡасаба 818 460 358 5,13
9 Мамина Ауыл 548 317 231 0

Административ бүленеш

үҙгәртергә
Тарапака өлкәһенең административ бүленеше
Провинция Административ үҙәг Коммуна
1 Икике Икике 1 Алто-Осписио
2 Икике
2 Тамаругал Посо-Алмонте 3 Камина
4 Колчане
5 Уара
6 Пика
7 Посо-Алмонте
 

Әлегесә өлкәнең иҡтисады балыҡ тотоуҙа һәм төрлө файҙалы ҡаҙылмалар (тутыя, тимер, көмөш, баҡыр һ.б) табышында тупланған. Ирекле эшҡыуарлыҡ зонаһын асҡас, өлкәнең иҡтисади яҡтан үҫеше күтәрелә.

  NODES