Тибет бик боронғо ике мәҙәниәт үҙәгендә - Һиндостан һәм Ҡытай араһында урынлашҡан, әммә уның географик урыны ғәмәлдә икеһенән дә айырым итә. Тибеттар Үҙәк йәки Көнсығыш Азиянан сыҡҡан тип әйтеп булмай, әммә телдәре сино-тибет телдәренә инеүенә ҡарағанда (ҡытай һәм бирма телдәре менән),икеһенән ҡушылып барлыҡҡа килгәндер тип фараз ҡорорға була. Шуға ҡарамаҫтан тарихи мәғлүмәттәр тибет мәҙәниәте күршеләрен бәйһеҙ рәүештә йәшәп килгәнен күрһәтә.

Тибет тарихы
Рәсем
Дәүләт  Ҡытай
Урынлашыу картаһы
Панорамный вид
Схематичная иллюстрация
Связанное изображение
 Тибет тарихы Викимилектә
Файл:Жители восточного Тибета.jpg
Көнсығыш Тибет кешеләре. В. Верещагин

Тибетта (Тингри) табылған иң боронғо артефакттар 50 мең йыл элекке тип баһалана, былар таш балта һәм ҡырғыс. Неолит б.э.т. VI быуат менән билдәләнә, керамика, малсылыҡ һәм кәтмәнләп ер эшкәртеү эҙҙәре табыла (Каруй — Чамду янында) Чойгун мәҙәниәте бронза быуатына ҡарай[1].

Чангтан ҡалҡыулығында алтарихҡа ҡараған (тимеры быуат) ҡәберҙәр бар, тик әлегә аныҡ ҡына аңлатмалар юҡ. Тибет яҙмаларына ҡарағанда, Шангшунг иленән Бон дине башланған.[2]

Иртә тарих осоро

үҙгәртергә

VI быуат аҙағында VII быуат башында күтәрелгән Ярлунг династияһы яйлап күрше ҡәбиләләрҙе үҙенә буйһондороп, Тубо батшалығы төҙөй. Ярлунг династияһы ваҡыты әҙәбиәттә тәфсирләп яҡтыртылған[3]. Мәгәр хронологияһы буйынса бәхәстәр бар.

Тибет хакимдары һәм Тан династияһы (Ҡытай) араһында династия ғаиләләре ҡорола, Ҡытай һәм Тибет халҡының сәйәси, хужалыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәре артабан да үҫешә бара. IX-быуатта Тубо батшалығы бөлөнә. Тибет тарихында быға тиклемге осор идараһы «гамбо» тип атала, ә артабанғы 300 йыл — бүленеш осоро.Хакимдар үҙ-ара дошманлаша. Ҡытайҙа был ваҡытта шулай уҡ боларыштар булып тора, илдә әленән-әле власть алмашына һәм һуғыштар бара. XIII быуат уртаһында Тибет Монгол империяһына буйһондорола. Ҡытай Монгол империяһынан сыҡҡас, Ҡытай империяһы Мин Тибеттан юғары дин башлыҡтарын һәм район администрацияларын тәғәйенләүҙе тәртипкә һалдырта алмай.

Тибеттың барлыҡҡа килеүе легендалары

үҙгәртергә

Ҡайһы бер тибет тарихи әҫәрҙәренән күренеүенсә, тибет халҡының башында маймыл һынлы бодхисаттва Авалокитешвара тау бәрейенә уның мәрхәмәтһеҙ холҡон йомшартыу өсөн өйләнә. Тәүге тибеттар уларҙың балаһы була ла инде.

Беренсе батша Ньяти-цэнпо (Gnya'-khri-btsan-po) күктән төшкәнме, Һиндостандан килгәнме - уны илаһ һымаҡ күреп ҙурлайҙар. Ул һәр саҡ күк менән еп аша һөйләшеп торған, үлмәгән, ә шул еп буйлап күккә менеп киткән. Легендар батша Дигум-цэнпо (Dri-gum-brtsan-po) ата ҡараусыһы менән һуғышып киткән дә, күккә бәйләнгән ебе өҙөлөп, үлтерелгән. Дигум-цэнпо һәм башҡа батшалар ябай кешеләр кеүек үлгән, уларҙы яндырып ерләгәндәр

Лхатотори Ньянцэн (Lha tho-tho-ti gnyan-btsan) идараһында күктән изге яҙмалар tsinta ma ni’i gzungs («Чинтамани-дхарани») һәм spang bkong phyag rgya ma төшә. Күк Йылъяҙмала бәлки был күккә табыныусылар (Бон дине) уйлап сығарылғандыр, ғәмәлдә уларҙы Буддхаракшита (Лосэмцо) һәм тәржемәсе Литэсэ алып килгән тип хәбәр ителә.

Тибет империяһы

үҙгәртергә

Тибет тарихы VII - XI быуаттарҙа ентеклерәк һүрәтләнгән, империя ул мәл көньяҡта Бенгалиянан башлап (Һинд океаны) төньяҡта Монголияға тиклем ерҙәрҙе биләп ятҡан. Иң ҡеүәтле сағында империяға хәҙерге Бангладеш, Ассам, Бутан, Аракан ерҙәре ингән.

Тибеттар Һиндостанға ҡарағанда Ҡытайға күберәк ҡаршылыҡ күрһәткән.

Тарихта тәүге телгә алыныу

үҙгәртергә

Тибет тарихта Клавдий Птолемей «География»һында βαται тигән атама менән телгә алынған, грек транскрипцияһында - Bod. Артабан Тибетты Ҡытай текстарында Fa тигән атама менән яҙғандар. Тибет тарихында башҡа сығанаҡтар менән дә раҫланған яҙма батша Намри Сонгцене(Gnam-ri-slong-rtsan) тураһында, ул Ҡытайға етенсе быуатта илсе ебәргән булған (Beckwith, C. Uni. of Indiana Diss. 1977).

Ярлунг династияһы

үҙгәртергә

Ярлунг династяһы тураһында Сонгцен Гампо батша идараһы ваҡытынан яҙыла башлаған.

Сонгцэна Гампо идараһы (617 - 650 )

үҙгәртергә
 
Батша Сонгтсен Гампо ( Йерпа мәмерйәһе)

Батша Сонгцэн Гампо осоронда Тибетҡа буддизм килә.

Сонгцен Гампо Ҡытайҙан император ҡыҙын һоратҡан, әммә кире ҡағылған. Шунда ул Ҡытайға ҡаршы яу асҡан һәм Ҡытай император ризалашырға мәжбүр булған. 640 йылдағы никахтан һуң Тибет менән Ҡытай араһында оҙайлы тыныслыҡ урынлашҡан.

663 йылда тибет армиһы Тогон дәүләтен баҫып алған.

Сонгцен Гампо үлгәндән һуң власть ейәненә күсә, ғәмәлдә ил менән министр идара итә башлай, ә буддизм көсһөҙләнә.

Трисонг Децен идараһы (755—797)

үҙгәртергә

Батша Трисонг Децен илдә Будда тәғлимән тергеҙә, Һиндостани бөйөк һиндс гуруларын саҡыра, санскриттан Тәғлимәт текстарын тәржемә итә һәм будда сангхаһы ойоштора. Үҙәк Тибетта Самье монастырь университеты асыла, ул һаманғаса буддизмдың мөһим үҙәктәренең береһе булып ҡала.

Трисонг Децен осоронда атаҡлы Самье монастырында Ҡытай монахы Хэшан һәм тантрасы Камалашила араһында ике йыллыҡ дискуссия була. Батша Трисонг Децен диспутта Камалашила еңеүен иғлан итә, шунан бирле Тибетта тантралы буддизм ныҡлы ерегә.

Идара итә башлағанда империя бөлгөнлөктә була, ил сигендә болғаныштар була, көнбайыша ғәрәптәр яҡынлай. 763 йылда Трисонг Децен Ҡытай ҡыҫымына яуап итеп 200 меңлек һуғышсы менән Ҡытай баш ҡалаһы Чанъанға барып етә. Ҡытай императоры ҡасып китергә мәжбүр була. 783 йылда солох төҙөлә, Тибетҡа Кукунор ерҙәре бирелә.

Трисонг Децен көнбайышҡа, Оксус йылғаһы яғына ла барып ҡарай, унда ғәрәп хәлифе Һарун әл-Рәшид менән бәрелешә. Хәлиф Ҡытай императоры менән Тибетҡа ҡаршы килешеүгә өлгәшә, һөҙөмтәлә Трисонг Децен экспансияһы туҡтатыла. Артабан 797 йылға тиклем Трисонг Децен ике яҡта - көнбайышта ғәрәптәр, төньяҡ һәм көнсығышта Ҡытай менән һуғыштар алып бара.

Ралпачан идараһы (815—838)

үҙгәртергә

Ралпачан, Трисонг Децен ейәне, Непалдан, Һиндостандан, Ҡытайҙан, Кашмирҙан оҫталар саҡырып буддиа храмдары һәм монастырҙары төҙөттөрә башлай. Ул идаралыҡҡа монахтарға баш министрҙар менән бер кимәлдә тауыш биреү хоҡуғы бирә.

Уның осоронда дәүләттә будда китаптары санскриттан тибет теленә күпләп тәржемә ителә.

822 йылда Ҡытай менән тибеттар биләгән еренә хоҡуҡ раҫланған солох төҙөлә, .

Ралпачана осоронда империя көсһөҙләнә, хакимлыҡ интригаларға күмелә, Бон дине тотоусылар ризаһыҙлыҡ күрһәтә.

Ландарма идараһы (838—841)

үҙгәртергә

Түңкәрелеш булып, батша Ралпачан үлтерелә, власҡа Ландарма килә, ә ул Бон дие тотоусылар яғында була, буддистарҙы эҙәрлекләй башлай. Монахтар һәм ғалимдар төпкөлдәрҙә йәшенә йәки илдән сығып китә.

Ландарма үлгәс, империя ваҡ батшалыҡтарға тарҡала: Гуге, Ладак, Пулань һәм башҡалар. Шул мәлдән тибет тарихы бер нисә йөҙ йыл системалы яҡтыртылмай.

Ваҡланған Тибет (842—1247)

үҙгәртергә

Ландарма үлгәс тәхет өсөн талаш китә. Граждандар һуғышы башлана, ул Сакья мәктәбе илгә идара итеүҙе үҙ ҡулына алғансы дауам итә. Ландарманың улымы, ҡустыһымы Вёсун Лхасаны, ә вариҫы Юймтэн Ярлунгты яулап ала,шунда үҙ династияһына нигеҙ һала[4]

Вёсуна улы Пэлкорцэн (Пэл Корцэн) үҙәк Тибеттың и ҙур өлөшөн ҡулында тота, ике ул үҫтерә. Тикьимдин улы юғары Нгариға китеп, Үҙәк Тибеттың дәрәжәле ҡыҙына өйләнә, унан көнбайыш династия китә[5]

Тибет Империяһы 842 йылда тарҡалғас, боронғо батшалар тоҡомо Ньима-Гон Ладак династиһына нигеҙ һала. Кайде, уның баш балаһы, Мар-юлда (Ладак) идара итә башлай, ике кесе улы көнбайыш Тибетҡа баш була, Гуге һәм Пу-ран батшалыҡтарын төҙөй. Һуңғараҡ оло улы Гуге будда монахы булып китә (тибетского буддизмының икенсе этабы). Кесе улы Сон-эдәүләт эштәрен башҡара; уынң улдары династияны дауам итә[6]

Үҙәк батша власы үҙәк Тибетты 842 - 1247 йылдарҙа бөтөнләй контролдә тотмай, тик буддизм Камала нығына даты 2009 йыл 2 август архивланған.</ref>), Буддизм төньяҡ-көнсығыш Тибетта ла тергеҙелә. Вёсундың бер вариҫы 10 егетте Гёнпа Рабсэлға уҡырға ебәрә. Йәш ғалимдар 1042 йыл башында Атишины саҡырып килтерә һәм Буддизмды көньяҡ Тибетта таратыуға өлгәшә. Был төбәктә Тәғлимәт көслө була һәм Сакья монастыры-мәктәбе асыла (1073)[7] Артабанғы ике быуатта Сакья сәйәси, дини һәм мәҙәни планда алға сыға. Монастырь Цурпху 1155 йылда төҙөлә.

Төньяҡ-көнсығышта ( Тибет тан-тибет һуғыштарында яулаған ерҙәр) Гусыло дәүләте барлыҡҡа килә.

Тибет теократияһы

үҙгәртергә

Буддизмды тергеҙеү

үҙгәртергә

Ландарма үлгәс, Тибет бер нисә кенәзлеккә тарҡала.Буддизм эҙәрлекләнмәй, әммә үҙәк хакимлыҡтан яҡлау тапмай. Вёсун һәм Пэл Корцэн храмдар һәм монастырҙар төҙөүҙе дауам итә.

Камдан монахтар килгәс, инаныс ҡеүәтләнә башлай. Буддизм 901—1009 йылдарҙа көсһөҙләнеп ҡалған була. Яңы ғалимдар килә, улар храмдар төҙөтә. Дин Камсун Сан-кханда монах общиналары барлыҡҡа килә. 978 йылда У-Цанганан алтаутип аталған төркөм килә һәм күптәрҙе монахлыҡҡа ҡабул итә.

Пэл Чувори скитында өс монах булған[8] улар Винае китаптарын алып көнбайыш Тибетҡа ҡасҡан. Төндә генә атлап, улар Ариға барып еткән (Тибет)|Ари. шунан Уйғырстанға барып еткән булырға тейештәр.

Монгол империяһы Юань

үҙгәртергә

Күренекле Тибет будда остаҙҙарының бер тиклеме монгол хакимдары һарайҙарында көн күрә. Был Тибетты монголдарҙың тар-мар итеп бөтөүенән һаҡлап ҡына ҡалмай, тибет традициларын монгол халыҡтары араһында ла тарата, күсмәндәрҙең тормошон рухи яҡҡа үҙгәртә Файл:YuanEmperorAlbumKhubilaiPortrait.jpg|right|thumb|200px|Хан Һүбиләй

1227 йылда Сыңғыҙ хан ғәскәрҙәре Тангут дәүләте Си Сяны тар-мар итә, унда тура идара урынлаштыра. 1239 йылда Бөйөк хан Угедей улы Годан-хан Тибетҡа хәрби разведка ебәрә. Унда барған Дорда-дархан Тибетта бер нисә будда мәктәбе булыуын, иң йоғонтолоһо Сакья мәктәбе икәнен хәбәр итә.

1245 йылда Годан һарайына уның саҡырыуы буйынса Сакья мәктәбе башлығы Сакья-пандита (1182—1251) үҙенең үҫмер туғаны Пагба-лама менән килә. Сакья-пандита атаҡлы будди остаҙ, будда традициялары буйынса күп китаптар яҙған була. Ул Годан һарайында ҡалып, буддизмдың гуманистик нигеҙҙәренә өйрәтә. Ул Монгол империяһы менәна Тибет араһында тыныслыҡ, тотороҡлолоҡ булыуға йоғонто яһап тора. Сыңғыҙ хана Ясаһына ярашлы йәшәгән монголдар бар диндәргә ихтирам менән ҡараған, монастырь һәм сиркәүҙәрҙән һалым алмаған, шуға уларға был аңлайышлы булған . Айырым донъяуи хакимдарҙың һалып түләмәүе Тибетҡа 1251 йылда ғына, Сакья-пандита үлгәс кенә, һөжүм итеүгә килтергән.

1253 йылда Сакья-пандитаны буласаҡ император Һүбиләй Пекинға саҡырған булған, әммә ул үлгәс, үҫмер Пагба-ламаны ебәрә. 1260 йылда Һүбиләй үҙен император тип иғлан итә, Пагба-лама «дәүләттең остаҙы» булып китә. Тибет буддизмының абруйы бар Монгол империияһында үҫеп китә. Һүбиләй тибет буддизмын Ҡытай мәҙәниәте даосизм һәм конфуцианлығын индермәҫ өсөн файҙалана. Пагба-лама уның ҡушыуы буйынса монгол шаҡмаҡ яҙыуын барлыҡҡа килтерә, ул империяның барлыҡ телдәре өсөн ( монгол, тибет, уйғыр һәм ҡытай) ҡулланылырға тейеш була. Һүбиләй Пагба-ламаға Тибетта 13 өлкәлә дини башлыҡ булыуҙы йөкмәтә, Пагба-лама донъяуи хакимяды тәғәйенләй алған. 70 йыл самаһы Тибет теократик дәүләт була. Монголдар Тибетҡа сираттағы һүжүмде 1281 йылда яһай, сөнки Пагба-лама ул үҙе тәғәйенләгән донъяуи хаким Гунга-Сангпо ағыулап үлтергән тигән хәбәр килеп етә.

Һүбиләйе осоронда Тибетта бер нисә тапҡыр халыҡ иҫәбе алына, Сакья монастыры менән Ханбалыҡ (Пекин) араһында 27 ям (почта) станцияһы эшләтә. Монгол императорҙары монастырҙар ремонтлауға аҡса бүлә торған булған.

Карма Кагью Пекиндағы һуңғы монгол императоры Тогон-Тэмур ваҡытында йоғото яһай башлай һәм Кармапа Ранчжунг Дордже Тогон Тэмурға таж кейеҙереүҙә була,ә йәш Ролпэ Дордже императорҙы 3 йыл уҡыта. 1368 йылда халыҡ баш күтәреп, Ҡытай Монгол империяһынан айырыла. Тогон-Тэмур монгол далаларына ҡаса, 1370 йылда үлеп ҡала.

Дрикунг-Кагью шулай уҡ Тибетта өҫтөнлөк алырға тырыша. 1290 йылда Сакья һәм Дрикунг монастыры араһында ҡораллы бәрелеш була, монголдарға ҡыҫылырға ьура килә һәм Дрикунг яҡлыларҙы баҫылдыра.

Дрикунг Сакьяға ҡаршы булып ҡала, монгол империяһы хәлһеҙләнгәс, 1354 йылда Дрикунгтарҙан Чангчуб Гьялцен Тибеттың донъяуи башлығы булып китә.


Гэлуг мәктәбе күтәрелеү

үҙгәртергә
 
Лхасе

Гэлуг мәктәбе күтәрелеүҙә бөгөнгө ҡалмыҡтарға туғандаш хошуттар ҙур роль уйнай. Улар 1636 йылда Кукунор күле буйында төпләнеп ҡала һәм Хошут ханлығы төҙөй. Гуши-хан ( хошуттар хакимы) тибет буддизмын ҡабул иткән була, уларҙы «һары башлыҡтар» тип йөрөтәләр (был мәктәп остаздары шундай башлыҡ кейә). Гуши-хан 1642 йылда Далай-лама V -не үҙәк Тибет буддиҙарының төп башлығы тип иғлан итә, үҙе 1656 йылда вафат булғанға тиклем уның янындағы донъяуи хаким булып тора.

Мин Ҡытай империяһы

үҙгәртергә
 
Тибетская танка XVII века. Минский двор получал тибетские товары, включая и подобные танки, в качестве подарков, и в ответ одарял тибетских посланцев.[9][10]

Тибет менән Ҡытай араһында формаль сюзеренитет булған тигән гипотеза бар. Әммә император Цзяцзин (1521—1567) буддизмды түбән ҡуйып конфуцианлыҡты көсләп индереүе ризаһыҙлыҡ уята[11][12][13]. Һельмут Һоффман миндәр Тибетта номиналь рәүештә генә хаким һаналған тип иҫәпләй[14]. ҠХР авторҙары Ван Цзявэй һәм Ньима Гьялцен киреһен иҫбатлай,тибеттар Пекинға император ҡулынан титул алырға килгән[15]. Мелвин С. Голдстейн Мин династияһы Тибетҡа ныҡлы йоғонто яһай алмаған тип яҙа[16] Икенсе тарихсылар Мин һарайы менән тибет ламалары араһындағы дини бәйләнештәргә иғтибар итергә кәрәк тип һанай[17][18]. Башҡа берәүҙәр сауҙа бәйләнештәренә баҫым яһай,даими рәүештә аттарға ихтыяж кисергәнлектән династия Мин ҡытай сәйенә алмаштырып алған тип раҫлайҙар[19][20][21][22][23][24]

XIV быуатта Тибетҡа ҡораллы һөжүмдәр эшләп ҡарағандар, әммә халыҡ һәр саҡ ҡаршы тороп, уларҙы үткәрмәгән[25][26]. Патрисия Эбрей, Томас Лэйярд, Ван Цзявэй һәм Ньима Гьялцен Мин империяһы, монголдарҙан айырмалы, тибет территорияһында даими гарнизондар тотмаған[22][27][28]. Император Ваньли (1572—1620) 1578 йылдан күршеләре менән монгол-тибет альянсы кеүек мөнәсәбәттәр булдырырға тырышҡан[11][29][30][31][32]. XVI быуат ахырында Гэлугты яҡлау һылтауы менән монголдар даими Амдоға ағылған, һөҙөмтәлә Гуши-хан (1582—1655) 1642 йылда Тибетты буйһондорған[11][33][34][35]

Күпселек тарихсылар фекеренсә, Тибет Мин империяһы өлөшө булмаған. Тышҡы буйһондороу атрибуттары Ҡытай императорын үҙ халҡы алдында Донъя хакимы итеп күрһәтеү өсөн генә ҡулланылған. Мин династияһына "буйһонғандар" исемлегендә Ҡытай менән хатта уртаҡ сиге лә булмаған 100-ләп территория күрһәтелгән: Бадахшан, Ғәрәбстан, Сәмәрҡәнд һәм башҡалар [36] Сауҙагәрҙәр, илселәр һәм башҡалар килгән дәүләттәрҙең барыһы ла "буйһонған" тип иғлан ителгән.

Цин Империяһы

үҙгәртергә

Мин империяһы тарҡалғас, Ҡытайҙы маньчжуҙар яулап ала һәм ул Цин империяһы өлөшө булып китә. Маньчжур императоры Айсиньгиоро Сюанье Тибетты буйһондроу уйы менән йәшәй. 1705—1710 йылдарҙа Тибетта хошут хакимы Лхавзан-хан менән и тибет регенты Санчжай Чжамцо араһында тарҡылаш китә.

Жуңғар ханлығында хакимлыҡҡа Цэван Рабдан ултыра. 1715 йылда Цин империяһы һәм Жуңғар ханлығы араһында һуғыш сыға.

Цэван Рабдан үҙенең вассалы Цэрэн Дондуб ярҙамында 1717 йылда Тибетты яулай. Сюанье ошоноң менән файҙаланып, 1720 йылда ике колонна һәм тибет ополчениеһын ойраттарға ҡаршы ебәрә. Ойраттар Тибеттан китә, Цин империяһы иһә Үҙәк Азияла йоғонтоһон көсәйтә. Ойраттарҙы ҡыуғас, маньчжурҙар Лхаста ике меңлек монгол гарнизоны ҡалдыра. Тибет хөкүмәте менән яңы Далай-лама 1723 йылға тиклем уның коменданты ҡулы аҫтында ҡала.

Киләһе маньчжур императоры, Айсиньгиоро Иньчжэнь Тибетта контролде көсәйтә бара. 1723 −1727 йылдарҙа цин ғәскәре Лхасанан сығарыла. Тибете үҙ-ара тартҡылаш китә.Боланы баҫтырыр өсөн Иньчжэнь Тибетҡа 15 мең ғәскәр ебәрә. Улар килеүгә аристократ Полонай үҙенең туғыҙ меңлек армияһы менән халыҡты тынысландырған була. Бының өсөн 1728 йылда уға кенәз титулы һәм илгә идара итеү хоҡығы бирелә. Тибетты контролдә тотор өсөн Иньчжэнь Лхасала ике цин резидентын һәм бер меңлек гарнизон ҡалдыра.

Эске ваҡиғалар Тибетта маньчжур хакимлығын император Айсиньгиоро Хунли ваҡытында тағы көсәйеүгә килтерә. Маньчжурского контроленән ҡотолор өсөн Полонайҙың улы йәшерен генә ғәскәр йыя. 1750 йылда маньчжур наместниктары Чжурмэд-намчжалды үлтерә. Лхаса халҡы баш күтәреп, маньчжурҙарға ҡаршы сыға. Яуап итеп Хунли Тибетҡа өсөнсө тапҡыр ғәскәр ебәрә. 1751 йылда илде тарҡатыр өсөн ул идараны дүрт министр-хакимға бирә, уларҙы Далай-ламаға буйһондора. Хан һәм кенәз титулдары бөтөрөлә. Цинс гарнизоны арттырыла.

Тибеттың үҙ аҡсаһы булмай, непал аҡсаһы мохар ҡулланыла. 1769 йылда Непалда яңы аҡса сығарыла. Тибете яңымохар индереү тураһында һөйләшеүҙәр башлана, тик ул һөҙөмтә бирмәй. Непал 1788 йылда Тибетҡа ҡаршы һуғыш башлай, илде талай. Тибетҡа ярҙамға ҡытай-маньчжур ғәскәре килә һәм непалдарҙы ҡыйрата, Катмандуға етә. 1792 йылда Непал хакимы Тибет сигенә үтмәҫкә, таланғандарҙы кире ҡайтарырға бурыс ала, һәм үҙен Цин империяһы яһаҡсыһы тип таный.

1792 йылғы еңеүҙе Хунли һәм Хэшэнь Тибетта маньчжур йоғонтоһон артабан да нығытыуға файҙаланалар. Цинс наместниктары Далай-лама һәм Панчен-лама менән бер дәрәжәгә күтәрелә. Маньчжур резиденттары улар менән идара итеүгә барып етә. Монгол һәм ҡытай гарнизондары ныҡ арта. Тибетҡа башҡа илдәр йоғонтоһо булмаһын өсөн цин императорҙары уларҙы донъянан изоляцияла ҡалдыра. Бер тиклем авторҙар әйтеүенсә, цин императорҙары юғарғы тибет иерархтары менән «чой — йонг» (остаҙ — ҡурсыусы) мөнәсәбәтендә булған, Тибет айырым дәүләт булып ҡалған; цин осоронда тибеттар үҙҙәре лә шундай фекерҙә булған[37][38][39][40]

Тибет Ҙур уйында

үҙгәртергә

Азияны, Тибетты Бөйөк Британия һәм Рәсәй державалары колониаль мәнфәғәттәре объекты итеп күрә. Ҙур уйында 1903—1904 йылдарҙа Тибетҡа Френсис Янгхазбенд командованиеһы аҫтында үткәрелгән британ экспедицияһы Тибет өсөн көрәштең кульминацияһы булып сыға. 1906 году инглиздәр Тибетҡа йәнә бер тыныс миссия ойоштора. Шул йылда уҡ Тибет буйынса инглиз-ҡытай конвенцияһына ҡул ҡуйыла. Ул Тибетҡа Цин империяһы сюзеренитетын таный . Инглиздәр Тибетты аннексияламаҫҡа һәм уға идара итеүгә ҡыҫылмаҫҡа килешә. Цин Империяһы Тибетҡа идара итеүгә сит дәүләттәрен ҡыҫылдырмаҫҡа бурыс ала. 1907 йылда Тибетҡа урыҫ-инглиз мөнөсәбәттәре инглиз-урыҫ килешеүе менән көйләнә (1907).Ике яҡ та Цин империяһының Тибетҡа сюзеренитетын таный. Ҡытай Тибетҡа тура идара итә башламаҡсы була. Һөҙөмтәлә Тибетҡа йәнә бер цин экспедицияһы ебәрелә (1910). 12 февралдә экспедиция Лхасаны ала. 25 февралдә маньчжурҙар рәсми рәүештә Далай-лама XIII вазифаһын һалыуын иғлан итә, ул Британ Һиндостанының төньяҡ-көнсығышына Сиккимға ҡаса. Ҡытайҙағы революция Тибеттан 1912 йыл аҙағына ҡытай ғәскәрен сығарыуға килтерә.

Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү

үҙгәртергә

1911 йылда Цин империяһында Синьхай революцияһы башлана. Уның маҡсаты маньчжур династияһынан ҡотолоп, милли хань дәүләте төҙөү була. Ҡытайҙың провинцийялары һәм ерҙәренең губернаторҙары бер-бер артлы Пекиндан бойондороҡһоҙлоғ тураһында иғлан итә башлай. Тибет менән Монголия ла үҙҙәрен Цин империяһына бәйле, әммә Ҡытайҙың өлөшө түгел тип белдерә[41][42] Мөһим донъя державалары быны Ҡытайҙың эске эше тип һанай, нейтралитет тота. 1911 йылдаМонгол милли революцияһы юлы менән Цин империяһынан бойондороҡһоҙлоҡ алған Монголия менән Тибет ҡына (1913) бер-береһен таный һәм үҙ-ара килешеү төҙөй.

Икенсе донъя һуғышы осоронда Тибет

үҙгәртергә

Һуғыш алдынан Тибетҡа Френсис Янгхазбенд фатихаһы менән өс тапҡыр немец натуралисы Эрнст Шефер килеп китә. Тибет һуғыш осоронда нейтралитет тота. Тибеттың бында ла Ҡытайҙан бойондороҡһоҙлоҡ сәйәсәте прецедент будып сыға.Был осорҙа Лхасаға вермахт офицеры Генриха Харрер ҙа килеп сыға, ул британ лагерынан ҡасҡан булып сыға. Илья Толстой экспедицияһы булып китә, ул Һиндостандан Тибет аша Ҡытайға ҡорал ташыу мөмкин түгеллеген асыҡлай.

ҠХР составында

үҙгәртергә

1950 йылда НОАК (Ҡытай халыҡ-азатлыҡ армияһы) Чамдо Тибет районына үтеп инә. 1951 йылда Далай-лама XIV үҙ вәкәләтен арттырып, Пекин менән Тибетты тыныс юл менән азат итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя, унда Ҡытайҙың Тибетҡа хоҡуҡтары яҙылған була[43]. 1951 йылдың 24 октябрендә Мао Цзэдунға Далай-Лама исеменән телеграмма китә[43].

Тибетта ҡытайҙар «изге эштәр менән дуҫтар табыу» тактикаһы алып бар. 1956 йылда Тибет автоном районы булдырыу буйынса Әҙерлек комитеты ойошторола. 1950-се йылдар уртаһынан тибет ерҙәрендә реформаларҙы тиҙләтеү башлана,күпләп репрессиялар, язалауҙар китә, дингә ҡаршы эш, ҡытайлаштырыу бара.Тибет баш күтәреүе башлана (1959), ул Үҙәк Тибетҡа барып етә. Баш күтәреүселәрҙә баҫтырыу бара, ил талана, халыҡты репрессиялайҙар, ҡыралар. Будда статуялары Ҡытайға алып кителеп иретелә,аҫылташтары алына, монастырҙар емертелә. 1959 йылда «демократике реформалар» үткәрелеүе, уның барышында «артта ҡалған феодаль-крепостной режим» бөтөрөлдө тип хәбәр ителә[44]

Тибет хакимдарының бер өлөшө Далай-лама XIV һәм меңдәрсә башҡа тибеттар менән ҡасып китә. 1959 йылдан Һиндостандыңе Дхарамсала ҡалаһында Тибеттың һөргөндәге хөкүмәте эш алып бара. 1965 йылда рәсми рәүештә Тибет автоном районы (ТАР) иғлан ителә. Ҡытай Тибетты ныҡлы үҙләштреүгә, ҡытайлаштырыуға тотона. Тибетта күп ғәскәр индерелә, этник ҡытайҙар шунда күсенә.

Ҡытайҙағы 1966 йылғы Мәҙәни революция ваҡытында Тибетта ла Мао Цзэдун тыуҙырған бола бара. Был осорҙа монастырҙар һәм храмдар тотош тиерлек ҡыйратыла, буддизм сәнғәте һәм китаптары юҡҡа сығарыла, монахтар репрессиялана[45]

Һөргөндәге Тибет хөкүмәте белдереүенсә, Тибетта ҡытайҙар ерле халыҡтан күберәк була бара. 2005 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ТАР күрһәтелмәй.

Ҡытай хакимлығы осоронда Тибет автоном районында иген етештереү, мал һаны өсләтә артҡан. Уртаса ғүмер оҙонлоғо 36 йәштән 67 йәшкә еткән, халыҡ һаны 2009 йылда 3 миллионға еткән.

2008 йылда Тибетта боларыштар була. Монахтар Далай-ламаның Һиндостанға ҡыуылыуы йыллығына арнап тыныс митингыға сыға, шунан бола китә. Сычуань провинцияһында ҡытай полиция участкаһына һүжүм була[46] Митингыны ҡыуғанда ҡытай полицияһы ҡорал ҡулланған тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Ҡытай яғы быны кире ҡаға [47]

Тибеттарҙың күбеһе төпкөл ауылдарҙа йәшәй, мал аҫрай, ер эшкәртә. Һуңғы йылдарҙы уларҙы ултыраҡ тормошҡа күсереү бара. Шул уҡ ваҡытта хөкүмәт инвестициялары ярҙамында Тибетта ҡур ҡалаларҙа бум башланған. Был бум квалифицикациялы ҡытай мигранттары өсөн яҡшы, ә ерле тибеттарға зыян ғына. «Тибеттар ярлы ғына түгел. Уларҙың белемһеҙлеге ҡалаларҙа даими һәм яҡшы түләнгән эш табырға мөмкинлек ҡалдырмай», — тип әйтелә Тибет мәғлүмәт селтәрендә фәхишәлек артыуына бәйле мәҡәләлә[48]

Һуңғы осорҙа уникаль тибет мәҙәниәтен һаҡлау мәсьәләһе киҫкен тора. Хәҙерге тибеттар ҡытай ассимиляцияһына бирелә, был тибет теле һәм күп быуатлыҡ мәҙәниәте юғалыуына килтерә. Был йәһәттән проблеманы хәл итергә тырышыу Һиндостандағы Һөргөндәге Тибет хөкүмәте тарафынан ғына алып барыла [49]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Археология Тибета(недоступная ссылка)
  2. Чогьял Намкай Норбу. Драгоценное зеркало древней тарихи Шанг-Шунга и Тибета. Москва, изд. Шечен-Ганга
  3. Кузьмин С. Л. Скрытый Тибет. история независимости и оккупации. С.Петербург, изд. А. Терентьева, 2010, с.14-25. [1]
  4. Tsepon W. D. Shakabpa, Tibet, a Political History (New Haven: Yale, 1967), 53.
  5. Petech, L. The Kingdom of Ladakh. (Serie Orientale Roma 51) Rome: Instituto Italiano per il Medio ed Estremo Oriente, 1977: 14-16
  6. Hoffman, Helmut, «Early and Medieval Tibet», in Sinor, David, ed., Cambridge History of Early Inner Asia Cambridge: Cambridge University Press, 1990), 388, 394. Shakabpa, 56.
  7. Grunfeld 1996, p37-38. Hoffman, 393. Shakabpa, 54-55.
  8. Их называют «Три учёных из Тибета» Bod kyi mkhas pa mi gsum . Они похоронены в Синине
  9. Information Office of the State Council of the People’s Republic of China, Testimony of History, 73.
  10. Wang Jiawei & Nyima Gyaincain, The Historical Status of China’s Tibet (China Intercontinental Press, 1997), 39—41.
  11. 11,0 11,1 11,2 Wylie, 470.
  12. Wang & Nyima, 1—40.
  13. Laird, 106—107.
  14. Hoffman, 65.
  15. Wang & Nyima, 37.
  16. Goldstein, 4—5.
  17. Norbu, 52.
  18. Kolmas, 32.
  19. Kolmas, 29.
  20. Chan, 262.
  21. Norbu, 58.
  22. 22,0 22,1 Laird, 137.
  23. Wang & Nyima, 42.
  24. Dreyfus, 504.
  25. Langlois, 139 & 161.
  26. Geiss, 417—418.
  27. Ebrey (1999), 227.
  28. Wang & Nyima, 38.
  29. Kolmas, 30—31.
  30. Goldstein, 8.
  31. Laird, 143—144.
  32. The Ming Biographical History Project of the Association for Asian Studies, Dictionary of Ming Biography, 23.
  33. Kolmas, 34—35.
  34. Goldstein, 6—9.
  35. Laird, 152.
  36. List of tributaries of imperial China
  37. Smith, W.W. 1997. 'Tibetan Nation. A History of Tibetan Nationalism and Sino-Tibetan Relations'. Boulder: Westview.
  38. Sperling, E. 2004. 'The Tibet-China conflict: history and polemics'. — Policy Studies, v. 7 (Washington, East-West Center). — http://www.eastwestcenterwashington.org/publications/publications.htm 2020 йыл 23 октябрь архивланған..
  39. 'The Mongols and Tibet. A Historical Assessment of Relations Between the Mongol Empire and Tibet'. 2009. DIIR Publ.
  40. Van Walt van Praag, M.C. 1987. 'The Status of Tibet: History, Rights, and Prospects in International Law'. Boulder, Colorado: Westview Press.
  41. Кузьмин С. Л. Скрытый Тибет. История независимости и оккупации. С.-Петербург: изд. А. Терентьева, 2010, с.86-112, 466—496, 502—504
  42. Van Walt van Praag M.C. 1987. The Status of Tibet: History, Rights, and Prospects in International Law. Boulder, Colorado: Westview Press, p.188, 320—321.
  43. 43,0 43,1 Кузьмин С. Л. 2010. Скрытый Тибет. История независимости и оккупации. С.Петербург: изд. А. Терентьева, с.195-196
  44. От народного восстания до Культурной революции
  45. Культурная революция в Тибете
  46. Tibet unrest spreads beyond Lhasa
  47. Troops 'did not shoot Tibetans'
  48. Тибет в России | Монахиня или проститутка? | Новости Тибета. История, культура, религия
  49. Сохраним Тибет! | Политика, история, культура Тибета. Последние новости и статьи

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Тибетский буддизм
  • Зона ахимсы
  • История европейского исследования Тибета

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES
Association 1
INTERN 3
Project 3