Тутуб

Боронғо Месопотамиялағы ҡала

Тутуб (хәҙер Хафаджә) —  Месопотамиялағы боронғо ҡала, Тигр ҡушылдығы булған Дияла йылғаһында  Бағдадтан  көнсығышҡа ҡарай 15 километрҙа урынлашҡан. Ҡала ғибәҙәтханаһы менән билдәле, элегерәк был ҡоролманы Ай илаһы Синға бағышланған тип фараз иткәндәр. Ғибәҙәтхана ике ҡатлы террасаның түбәһенә һалынған, террасаның һәр ҡаты овал диуар артына йәшерелгән.  Был ғибәҙәтхана беҙҙең эраға тиклем  IV мең йыллыҡҡа ҡарай.

Тутуб
Рәсем
Культура Шумерҙар
Дәүләт  Ираҡ
Административ-территориаль берәмек Дияла[d]
Карта
 Тутуб Викимилектә

Ҡатын-ҡыҙҙың скульптур портреты, Хафаджә, б.э.т.  III мең йыллыҡ, Лувр, Париж

Ҡаҙыныу эштәре

үҙгәртергә

Әле ҡала  3 тәпәш ҡалҡыулыҡтан тора, уларҙа 1930—1939 йылдарҙа  Америка  археологтары ҡаҙыныу эштәре башҡара. Торама Көньяҡ Ике йылға араһындағы иң боронғо осорға, иртә династия осорона ҡарай. Ҡаҙыныуҙар барышында Саргонға тиклемге, йәғни беҙҙең эраға тиклем  IV мең йыллыҡтың аҙағынан  III мең йыллыҡтың беренсе яртыһына тиклемге арауыҡтағы  Месопотамияның  архитектураһына һәм матди мәҙәниәтенә хас  күп һанлы ҡомартҡылар табыла, улар араһында  бик күп цилиндр мисәттәр, шумер скульптураһы, керамикаһы өлгөләре һ. б. була.

Ай илаһы Син ғибәҙәтханаһынан  (беҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡ аҙағы —  III мең йыллыҡ уртаһы) тыш, ғалимдар тарафынан Инанна алиһәнең  ҙур «Овал ғибәҙәтханаһы» ла тикшерелә, был ҡоролма беҙҙең эраға тиклем III йыллыҡ башы — беҙҙең эраға тиклем  24/23 быуаттарға ҡарай. Шулай уҡ  Урук осоронан (беҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡ) алып   Исин-Ларс династияһына тиклемге (беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡ) дәүерҙең торлаҡ йорттары тикшерелә.  Тутубтың бынан иртәрәк ҡатламдарына, улар грунт һыуҙарынан түбәндәрәк ятҡанлыҡтан, ғалимдар барып етә алмай.   

  NODES