Тэджон
Тэджон (кор. 대전 [tɛ̝.dʑʌn]) — Көньяҡ Кореяның үҙәгендә туранан-тура ҡарамағындағы ҡала, Чхунчхон-Намдо провинцияһының административ үҙәге. Ҡаланың рәсми исеме — Тэджон ҡала метрополияһы (кор. 대전광역시 Тэджон-гванъекси). 1 564 мең халҡы менән ҙурлығы буйынса Кореяла бишенсе ҡала[27]. Көньяҡ Кореяның фәнни-техник баш ҡалаһы тип һанала.
Географияһы
үҙгәртергәҠаланың географик координаталары: 36° 10' ~ 36° 29' төньяҡ киңлектә. 127° 14' ~ 127° 33' көнсығыш оҙонлоҡта.
Тэджон Көньяҡ Кореяның урта өлөшөндә урынлашҡан, Сеулдан 167 км алыҫлыҡта, Пусандан 294 км һәм Кванджунан 169 километр алыҫлыҡта ята.
Климаты
үҙгәртергәТэджонда дымлы муссонлы климат. Ҡыш һалҡын һәм ҡояшлы, уның оҙайлығы яҡынса ике ай, йәй эҫе һәм ямғырлы, уның оҙайлығы — биш ай.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 3,3 | 5,7 | 11,5 | 19,1 | 23,8 | 27,4 | 29,7 | 30,2 | 25,9 | 20,4 | 12,7 | 6,1 | 18,0 |
Уртаса температура, °C | −2,4 | −0,2 | 4,9 | 12,2 | 17,5 | 21,8 | 25,0 | 25,4 | 20,2 | 13,6 | 6,5 | 0,2 | 12,1 |
Уртаса минимум, °C | −6,3 | −4,5 | 0,2 | 6,3 | 11,7 | 17,2 | 21,8 | 21,8 | 15,8 | 8,3 | 1,9 | −3,9 | 7,6 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 29,5 | 36,4 | 60,5 | 87,2 | 97 | 174,3 | 292,2 | 296,5 | 141,5 | 56,9 | 51,7 | 30,1 | 1353,8 |
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория |
Тарихы
үҙгәртергәТимер юлы үткәнгә тиклем был ҙур булмаған Ханбат ҡалаһы булған. 1905 йылда бында Сеулдан Пусанға тимер юлында тимер юлы вокзалы төҙөлә, һәм ҡала тиҙ үҫә башлай. 1932 йылда Чхуннам провинцияһының баш ҡалаһы Конджунан Тэджонға күсерелә. Корея һуғышы башында ҡала ҙур конфликт үҙәге була (Тэджон операцияһы).
Административ бүленеше
үҙгәртергәТэджон 5 районға бүленгән («ку»).
Исеме | Хангыль | Ханча |
---|---|---|
Тэдокку | 대덕구 | 大德區 |
Тонгу | 동구 | 東區 |
Чунгу | 중구 | 中區 |
Согу | 서구 | 西區 |
Юсонгу | 유성구 | 儒城區 |
Транспорты
үҙгәртергәТимер юл вокзалы, ике тиҙ йөрөшлө Кёнбу һәм Хонам автомагистрале бар. Ҡаланы Чхонджу халыҡ-ара аэропорты хеҙмәтләндерә
Тэджонда метрополитен эшләй. 2006 йылда эксплуатациялана башлай.
Мәҙәниәте
үҙгәртергә1993 йылда ҡалала халыҡ-ара күргәҙмә үтә (бөтә донъя Экспо-1993 күргәҙмәһе). Был ваҡиғаға ҡарата EXPO Bridge күпере төҙөлгән.
Ҡалала К-Лигаһының Daejeon Citizen футбол командаһы бар.
Тунсан паркында урынлашҡан Тэджон сәнғәт музейы үҙенең сәнғәт һәм технологиялар берләшкән экспонаттары менән билдәле. Ул 1998 йылда ойошторола.
Фәндәре
үҙгәртергә1959 йылдың 1 мартында ҡалала Atomic Energy Research Institute (AERI) ойошторола, 1973 йылдың 17 февралендә Radiological Research Institute (RRI) һәм Radiation Research Institute in Agriculture (RRIA) менән берләштерелгәс, Korea Atomic Energy Research Institute (KAERI тигән атама ала. 1990 йылда ҡалала Корея Республикаһы фән һәм техникаһының милли музейы асыла.
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергә- Ода, Япония (1987)
- Сиэтл, АҠШ (1989)
- Будапешт, Венгрия (1994)
- Нанкин, Ҡытай (1994)
- Калгари, Канада (1996)
- Гвадалахара, Мексика (1997)
- Упсада, Швеция (1999)
- Новосибирск, Рәсәй (2001)
- Брисбен, Австралия (2002)
- Кембридж, АҠШ (февраль 2005)[28]
- Биньзыонг провинцияһы, Вьетнам (2005)
- Саппоро, Япония (2010)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Особые города Кореи
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://worldpopulationreview.com/countries/south-korea-population/cities/
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1735
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 https://www.daejeon.go.kr/english/EngSisterCities.do?menuSeq=7028
- ↑ http://www.seattle.gov/oir/sister-cities/seattles-sister-cities/daejeon
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1736
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1731
- ↑ http://wb.nanjing.gov.cn/njszfwsbgs/201810/t20181023_616096.html
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/dre/DreContentsHtmlView.do?menuSeq=2768
- ↑ http://wb.nanjing.gov.cn/english/sistercities/201711/t20171122_660539.html
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1738
- ↑ https://www.uppsala.se/contentassets/a61182f2e8744c9887071e500a8f4f6b/kf-arende-36-policy-for-internationellt-arbete.pdf
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1737
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1730
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1732
- ↑ http://www.durban.gov.za/City_Services/IGR/sistercities/Documents/daejeon_1.pdf
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1739
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1734
- ↑ https://plaza-sapporo.or.jp/citizen_j/international_exchange/
- ↑ https://www.montgomerysistercities.org/daejeon
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=5256
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1740
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1728
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/english/EngPartnerCities.do?menuSeq=7029
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=5262
- ↑ https://www.brno.cz/w/partnerska-mesta-1
- ↑ https://www.daejeon.go.kr/drh/DrhContentsHtmlView.do?menuSeq=1733
- ↑ Demographia World Urban Areas (ингл.) (pdf). demographia.com (апрель 2016). — 12th Annual Edition. Дата обращения: 10 март 2017.
- ↑ Cambridge Peace Commission :: Sister Cities (ингл.). cambridgema.gov. Архивировано 5 июнь 2015 года. 2015 йыл 5 июнь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт города 2006 йыл 30 ноябрь архивланған. (инг.)