Тәһәжжүд

төндә йоҡонан уянып нәфел намаҙ ҡылыу
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Тәһәжжүд намаҙы — төндә йоҡонан уянып нәфел намаҙ ҡылыуға әйтәләр. Тәһәжжүд намаҙы 2, йә 4, йә 6, йә 8, йә 10, йә 12 рәҡәғәтле нәфел намаҙы.

Тәһәжжүд намаҙын ҡылыу

үҙгәртергә

Уртаса алты рәҡәғәтле намаҙ төндә уҡыла. Тәһәжжүд намаҙы ваҡыты төнгө 2-се яртыла, йәғни көндөҙгө өйлә намаҙы ваҡытынан тап 12 сәғәт үткәс башлана һәм имсәк ваҡытына, йәғни, иртәнге намаҙ башланыуға 15 минут ҡалғанға ҡәҙәр дауам итә.

Аллаһ Тәғәлә илсеһен юғары дәрәжәгә күтәрәсәген тәһәжжүд намаҙы әмер иткәндән һуң белдергән.

Тәһәжжүд намаҙы хәҙрәти пәйғәмбәребеҙгә (ғәләйһиссәләм) был аят менән әмер ителгән. «Исра» сүрәсенең һәм 78 сы аяттарында: "Ҡояштың көнбайышҡа йүнәлеүенән төндөң ҡаралыуына тиклем намаҙ ҡыл, таң ваҡытында намаҙ ҡыл, сөнки сәхәр намаҙына фәрештәләр шаһит булыр. «Әй, Мөхәммәд! Төндәрен уянып, артыҡ намаҙҙар ҡыл. Раббың һине маҡтар, юғары дәрәжәгә күтәрер»,—тиелгән.

Был юғары дәрәжә менән тәһәжжүд намаҙы араһында бер бәйләнеш (элемтә) барлығын күрһәтә. Әгәр шулай булһа тәһәжжүд намаҙының әһәмиәте ҙур икәнлеге асыҡлана.

Аллаһу Субхәнәһү Тәғәлә пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә әйтә: «Уҡы һин тәһәжжүд намаҙын, „Мәҡамәм мәхмүҙә“ тигән дәрәжәле урынға ирешерһең», — ти. Тәһәжжүд намаҙындағы сауаптар икһеҙ-сикһеҙ күп. Уны даими уҡығандарҙың һәр доғаһы ҡабул ҡылына, дәрәжәләре юғары була, сөнки ул — Рәсүлуллаһ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең бер ҙә ҡалдырмаған намаҙы.

  • Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
  • Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. «Дәғүәт» нәшриәте. Нәшриәт рәисе Илшат Хәфизи. Корректор Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES
os 1