Хикмәт (ғәр. نحكمة‎) — ғәрәп теленән ингән, тапҡыр мәғәнәле һәм өгөт-нәсихәт, Көнсығыш әҙәбиәттәрендә киң таралған фәлсәфәүи йөкмәткеле кескәй жанр; ғәжәп ҙур аҡыл, тәрән белем[1]; ниҙеңдер асылын тәшкил иткән эске мәғәнә, йәшерен сәбәп; ғиллә[2][3].

Хикмәт
ҡыт.
Рәсем
 Хикмәт Викимилектә

Хикмәт төшөнсәһе

үҙгәртергә

Хикмәт төшөнсәһе киң мәғәнәле. Уның ғибрәтле һүҙ, тапҡыр һүҙ, тапҡыр бер ҡыҫҡа хикәйәт, кинәйәле -хикмәтле һүҙ кеүек айыштары бар. Поэзияла ике һәм дүрт юллы хикмәттәр, прозала хикмәтле йөкмәткеле ҡыҫҡа хикәйәт, сәсмә хикмәт жанрҙары барлыҡҡа килгән. Тағы тапҡырыраҡ әйтелгәндәре әйтем, әйтемсәләр ише афористик хикмәтле һүҙ рәүешен алған.[3]

Хикмәт жанры оҫталары

үҙгәртергә

Донъя әҙәбиәтендә Конфуцийҙың хикмәтле һүҙҙәре, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙистәре үҙ аллы жанр булып халыҡ телендә йөҙәрләгән версияла йәшәй. Бөтә донъяға киң билдәле Ғүмәр Хәйәм хикмәттәре — жанрҙың классик өлгөләре.

Боронғо төрки поэзияһынан Әхмәт Йәсәүи, Сөләймән Баҡырғани хикмәттәре башҡорт һәм татар халҡы араһында киң таралған. Милли поэзияла Мәүлә Ҡолой хикмәт жанрының бер оҫтаһы, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, Сәйфи Ҡудаш, Назар Нәжми, Ҡәҙим Аралбаев, Фәйзи Ғүмәров хикмәт жанрын яңынан тергеҙҙеләр.[3]

Хәҙистәрҙең хикмәте

үҙгәртергә

Мөхәммәт ғәлиәссәләм йыш ҡына әйтер булған: «Бер әҙәм минең өммәтем өсөн минең сөннәтемдән ҡырҡ хәҙисте ҡылһа (ятлап алһа), ҡиәмәт көнөндә шәфҡәтемә дәлил булыр» Әҙәм балаһының таянасаҡ нәмәһе — хикмәт. Хикмәте булмаған кешенең көнө лә, дине лә бөтөн булмаҫ , ти бер хәҙис[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Арабские и персидские слова в башкирском языке (А. Г. Биишев, 2009)
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 «Ватандаш» 2008 й.№ 4 Ғайса Хөсәйенов «Хикмәттәр» 68-96-сы б.б.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES
os 2