Чусыу

Урта Уралдағы йылға, Каманың һул ҡушылдығы.

Чусыу (үрге ағымында — Төшлөктәге Чусыу[1]; рус. Чусовая) — Урта Уралдағы йылға, Каманың[2] һул ҡушылдығы.

Чусыу
Рәсем
Һыу башы Большое Чусовское (озеро)[d]
Ҡайҙа ҡоя Кама һыуһаҡлағысы[d]
Ҡушылдыҡ Сылва[d], Серебряная, Койва[d], Усьва[d], Сулем, Хмелиха, Шалашня, Лысьва[d], Межевая Утка[d], Северушка, Оло Шишим, Большая Шайтанка[d], Васильевка, Вязовка[d], Кын (Чусовая ҡушылдығы), Мутная (йылға), Ревда[d], Шайтанка (Чусыу йылғаһының үрге һул ҡушылдығы), Раскуишка, Билимбаиха, Кумыш (Чусовая ҡушылдығы), Кунгурка (Чусовая ҡушылдығы), Зап. Чусовая, Талая река[d], Ветляна, Утка[d], Утка[d], Трека, Шушпанка (Чусовая ҡушылдығы), Дарья[d], Шайтанка[d], Бабенка, Битимка, Брусун, Ослянка (Чусовая ҡушылдығы), Оло Сибирка, Нотиха, Волеговка, Илим[d], Леневка[d], Оло Речка (Чусовая ҡушылдығы), Чизма[d], Кынок, Оло Свадебная, Оло Бедька, Рассольная (Чусовая ҡушылдығы), Таволжанка (Чусовая ҡушылдығы), Черемша (Чусовая ҡушылдығы), Каменка[d], Кашка (Чусовая ҡушылдығы), Еква, Поныш, Оло Вашкор, Долгое Устье, Степковка, Куликовка (Чусовая ҡушылдығы) һәм Боярка (Чусовая ҡушылдығы)
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Һыу сығымы 222 м³/с
Бассейн майҙаны 47 600 км²
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе, Свердловск өлкәһе һәм Пермь крайы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 104 метр
Оҙонлоҡ 735 km
Урынлашыу картаһы
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Чусовой[d]
Карта
 Чусыу Викимилектә

Рәсәйҙәге Силәбе, Свердловск өлкәләре, Пермь крайы биләмәләренән аға. Шуныһы ҡыҙыҡ: йылға Урал һырттарының көнсығыш битләүҙәренән башлана ла, уны киҫеп сығып, көнбайыш битләүҙәре аша аға.

Чусыу йылғаһы ярҙарының күркәмлеге, иҫтәлекле урындары тураһында нәфис әҙәбиәттә күп тапҡыр телгә алыныуы йылғаны Уралдағы иң популяр туристик объектҡа әүерелдерә. Йылға тау теҙмәләрен киҫеп аҡҡан урындарҙа ҡалҡып торған мәғрур ҡаялар (йәғни таштар) уның биҙәге булып тора.

Гидрографияһы

үҙгәртергә
 
Кама бассейны

Йылға оҙонлоғо — 592 км[3] (Силәбе өлкәһе буйынса — 20 км,Свердловск өлкәһе буйынса — 377 км, Пермь крайы буйынса — 195 км[4]). Һыу йыйыу бассейны майҙаны 23 000 км² тәшкил итә, уртаса һарҡыулығы — 0,4 м/км. Йылға бассейнының уртаса бейеклеге 356 м тәшкил итә.

Төшлөктәге Чусыу Силәбе өлкәһенең төньяғындағы һаҙлыҡлы Ҙур Чусыу күленән ([5] диңгеҙ кимәленән 399 м) башлана һәм төньяҡҡа аға. 45 километрҙан йылғасыҡ Көнбайыш Чусыу (Өпәйле тәпәш тау теҙмәләренән башлана) йылғаһына ҡушыла, шунан һуң 150 км дауамында Урал тауҙарының көнсығыш битләүенән аға. Был урында йырҙа киңлеге 10 метрҙан 13 метрға тиклем тирбәлә[6].

Чусыу йылғаһың үрге ағымында күп ҡушылдыҡтар ҡабул итә, уң ҡушылдыҡтары башлыса эре һәм тулы һыулы. Үрге ағымында йылға үҙәне киң, битләүҙәре һөҙәк. Рәүҙе ҡушылдығы һәм Слобода ауылы араһында ярҙарында магма һәм ултырма тоҡомдар[6] тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән кристалл һәүерташтар асылып күренеп ятҡан ерҙәр осрай.

Үҙән урта ағымында тарая, битләүҙәре йыш ҡына тар үҙәнде (каньон) хәтерләтә (был участкала йылғаны йыш ҡына Таулы Чусыу тип атайҙар), урыны менән үҙән еңелсә киңәйә, битләүҙәре һөҙәгерәк була бара. Урал алды сик бөгөлө палеозой ултырма ҡатламдары араһында ултырма ҡатламдар палеозойында тәрән үҙән ярып, Чусыу йылға йырҙаһы өҫтөндә аҫылынып торған яугир-ҡаялар[6] урынлашҡан бер нисә тәпәш тау һырттарын киҫеп үтә. Ултырмаларҙан баплыҡҡа килгән эзбизле, һирәгерәк доломит, ангидрит һәм һәүерташ яугирҙәр һыу өҫтөндә 10 метрҙан 115 метрға тиклем бейеклеккә күтәрелә һәм йылға яры буйлап, 30 метрҙан 1500 метр оҙонлоҡҡа эйә[7]. Эзбизле ҡаялар елгә ашалыуға дусар була, шуға күрә йыш ҡына сәйер күренештә була, шулай уҡ мүкле-бәшмәкле таплы һоро-көрән бысраҡ төҫкә буялған һымаҡ тойола. Был урында карст процестары бик әүҙем, һәм шул арҡала күп һанлы мәмерйәләр, мәғәрәләр, ҡыуышлыҡтар барлыҡҡа килгән.

 
Чусыу йылғаһы Камаға ҡойған урындың спутниктан төшөрөлгән һүрәте

Бында йылға ағымы тау йылғаһы кеүек аҡҡаны асыҡ күренә, йылғала яҡынса 70 шаршы иҫәпләнә (урындағы исеме — переборы), уларҙың иң ҙуры — Ҡашҡа шаршыһы, кимәленең кәмеүе 40 см/км-ға етә. Һайлыҡтар менән үҙ-ара бәйле һөҙәк ярҙар текә яугир ҡаялар менән сиратлаша. Йырҙа йүнәлешендә ҡайһы саҡ һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан ҙур-ҙур һарыҡташтар осрай. Йылға йыш ҡына тау массивтарын урап аға. Уткин биҫтәһе районында Чусыу 5 километрға яҡын тиерлек ябыҡ элмәк яһай. Урта ағымында йылға киңлеге — 120—140 м.

Түбәнге ағымында (Чусыу ҡалаһынан һуң), Урал тауҙары биләмәләренән сыҡҡас, йылға тигеҙлек йылғаһы булып аға. Ағым тиҙлеге әкренәйә, йырҙаһы урыны менән 300 метрға тиклем киңәйә: йылға, ҡайһы саҡ киң киҫә бөгөлдәр яһап, һыубаҫар болондар, һаҙлыҡтар, япраҡлы һәм ҡатнаш урмандар уратыуында аға.

Кама тамағынан 693 км алыҫлыҡта, Пермдән бер аҙ өҫтәрәк, Кама һыуһаҡлағысының Чусыу ҡултығына ҡушыла. Һыуһаҡлағыс таяуы (диңгеҙ кимәленән 108,5 м) Чусыу йылғаһының тамағына тиклем түбәнге ағымында 125 км аралыҡта һыу баҫыуына килтергән[8]. Чусыу ҡултығына Сылва йылғаһының тамағында Сылва һыуһаҡлағысы һыуҙарынан барлыҡҡа килгән Сылва ҡултығы килеп тоташа.

Топонимикаһы

үҙгәртергә

«Чусыу» («Чусовая») атамаһының килеп сығышына ҡағылышлы түбәндәге фараздар бар:

  • Чу йылғаһы атамаһынан. III быуат аҙағында һундарҙың бер өлөшө Иртыштан Етеһыуға күсә. Бында ҡытай сығанаҡтарында Чу һәм Или йылғалары бассейнында Юэбань (Чубань) тигән атама менән билдәле Урта Азия һундары дәүләтен төҙөй. VII быуатта ҡытай йылъяҙмалары унда дүрт ҡәбиләне — чуюе, чуми, чумугунь һәм чубань ҡәбиләләрен билдәләй. «Чуй» ҡәбиләләренең ҡайһылыр өлөшө Уралға күсенә һәм башҡорт халҡы[9] составына ҡушыла. Яңы урынға улар элекке Чу йылғаһы буйында ҡалған тыуған илдәре тураһында иҫтәлеген күсерә: Кама йылғаһының ҡушылдыҡтарының береһен ғәйнә башҡорттары «Чу-сыу» (тәржемәлә «Чу йылға») ти, һәм был һүҙ рус телендә «Чусовая»[10] тип нығынған.
  • Силәбе топонимисы Николай Шувалов «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области» тигән һүҙлегендә шундай аңлатма бирә:

Чусыу, йылға, Каманың һул ҡушылдығы; Чусыу Ҙур һәм Кесе күлдәре, Чусыу йылғаһының инеше; Чусовской, ҡасаба, Үрге Өпәйле ҡалаһы территорияһы. Атаманы төрлөсә аңлаталар. Был урыҫ телендә үҙгәртеп алынған коми-пермяк тамырлы бик боронғо топоним тигән фекер киң таралған — чусва,. Туғандаш удмурт телендә чус — «шәп», «сая» и вай — «ҡушылдыҡ», «йылғалар ҡушылған урын», йәғни «шәп ҡушылдыҡ» (Кама баш йылға итеп ҡабул ителә).

  • Академик И. И. Лепёхин Часовая һүҙенән булыуы мөмкин, тип фаразлаған. Шулай ҙа был халыҡ телендә үҙенсәлекле үҙгәртелеү менән генә бәйлелер тигән фекер килә.
  • Екатеринбург топонимика мәктәбенә нигеҙ һалған А. К. Матвеев йылға атамаһының килеп сығышын ике тамырҙан тип аңлата — боҙоп әйтелгән коми-перм. чус йәки удм. чус (тиҙ, йылғыр) һәм ва (һыу). Матвеев әйтеүенсә:«хәҙер ул <йылға исеме> Чусовая тип әйтелә һәм яҙыла, йәки урындағыса — Чусова, әммә, бәлки, ҡасандыр Чусва булғандыр». Хәҙерге коми-пермяк телендә «чус» һүҙе инде юҡ, ләкин ул хәҙерге Үрге Кама бассейнындағы Чус һәм Төньяҡ Чус йылғалары атамаларында сағылыш таба.
  • «Йылға» йәки «һыу» мәғәнәһе менән төрлө телдәрҙән алынған дүрт компонент: чу + су + ва+ я, йәғни тибетсә «чу», төркисә «су», коми-пермякса «ва» һәм мансиса «я»[11] «йылға + йылға + йылға + йылға», тип аңлатыу хаталы һанала[12].
  • С. Кривощёкова-Гантман йылға атамаһын дөйөм пермь һүҙе «чус» — «тәрән йырын, тарлауыҡ, текә ярлы йылға йырҙаһы, каньон» тигәндән килтереп сығара. Һәм 1928 йылда Велва йылғаһы бассейнында тәрән йырын төбөндә, аҫылынып торған битләүҙәре 30 метр бейеклеккә эйә Чус-Йыв (Чус-Ив) ауылы булған, ти[13][14].

Ҡушылдыҡтары

үҙгәртергә
 
Чусыу йылғаһының аэрофотоһы

Чусыу йылғаһы ағышы дауамында 150-нән ашыу ҡушылдығының һыуын ҡабул итә[15], башлыса түбәндәгеләр[16]:

Һыуһаҡлағыс төҙөгәнгә тиклем Чусыуҙың иң ҙур ҡушылдығы Сылва[17] була.

Һыу режимы

үҙгәртергә

Йылға, күпселеге ҡар һыуы менән (55 %), ҡатнаш туҡлана. Ямғыр менән — 29 %, ер аҫты һыуы менән − 18 %. Ташҡын — апрель уртаһынан июнь уртаһына тиклем. Йәй эсендә 6—7 ямғырҙан һүң һыу таша, кимәле 4—5 метрға күтәрелеүе мөмкин. Июль-августа Чусыу ғәҙәттә ныҡ һайыға; ҡоро йылдарҙа шаршыларҙа һыу кимәле 7-15 сантиметрҙан да артмай[18]. Бөтә оҙонлоғо буйынса йылға төбө таш, ҡырсын ташлы.

Уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 222 м³/с, иң ҙуры — 4570 м³/с, иң бәләкәйе — 8,4 м³/с. Урта ағымында тиҙлеге дауамында 8 км/сәғ, шаршы һәм һеүәндәрҙә — 25 км/сәғәт, һәм был Волга һәм Кама кеүек тигеҙлек йылғалары ағымы тиҙлегенән 10 тапҡырға артыҡ.

Чусыу ғәҙәттә октябрь аҙағында—декабрь башында туңа, апрель—май башында боҙҙан әрселә. Йылғаның түбәнге ағымына сыйҙым тығыны һәм боҙ тығыны хас, һыу кимәле 2,8 метрға тиклем күтәрелә.

 
Чусыу йылғаһының түбәнге ағымында

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Чусыуҙың үрге ағымында йылға ярҙарын нигеҙҙә һаҙ һәм болон тәбиғи берләшмәләре биләй, урыны-урыны менән ҡарағай урмандары осрай. Урта ағымында йылға ярҙары тайга ылыҫлы урмандары (төп тоҡомдары — шыршы, себер кедры, ҡарағас, ҡарағай) менән ҡапланған. Түбәнге ағымында һирәк урмандар тағы һирәгерәк осрай, ылыҫлы урмандарҙы ҡатнаш һәм япраҡлы (бында төп ағастар — уҫаҡ, ҡайын, миләш, муйыл, тал) урмандар алмаштыра. Чусыуҙы уратҡан урмандарҙа йәнлектәр бик күп, мышы, һоро айыу, бүре, һеләүһен, төлкө, ҡуян, тейен, әлгәнйәк кеүек йәнлектәр йәшәй. Ҡор, сел[7] йыш осрай.

Йылғала майма, алабуға, шырт балыҡ, сабаҡ, суртан, опто, ажау, ҡорман балыҡтары тереклек итә. Ҡушылдыҡтарҙа ҡондоҙҙар эшмәкәрлеге эҙҙәре күренә; балыҡ, йылға бассейнында ондатра үрсей. Көҙ миҙгелендә йылғала өйрәк һәм ҡаҙ һыйыныр урын таба, башҡа төрлө һыу ҡоштары ла бар. Ҡыҫала[6] колониялары осрай.

Үҙләштереү тарихы

үҙгәртергә

Үҙләштерелә башлауы

үҙгәртергә

Чусыу буйында кешеләр бик борондан ултырған — археологтар уның яр буйҙарында неолит һәм бронза быуатына ҡараған бик күп торамалар таба; балсыҡ һауыт-һаба, биҙәүес ҡалдыҡтары һәм башҡалар табыла. Йылға ярындағы бер мәмерйәлә 10 меңләп йыл элек йәшәгән кеше һөйәктәре табыла[19].

Урта быуаттарҙа йылға бассейнында манси, коми-пермяк халыҡтары вәкилдәре һәм башҡорттар йәшәгән. Чусыу йылғаһы бассейнына Византия һәм Сәсәниҙәр Иран дәүләте кеүек алыҫ илдәрҙән килтерелгән әйберҙәр үтеп ингән. Мәҫәлән, Сылваның Чусыуға элекке ҡушылған ерендә б. э. VII быуатында ғибәҙәтхана торған, уларҙы ҡаҙығанда, Византияға бергә идара иткән императорҙар Ираклий I һәм Константин III тәңкәләре, драхман Хосрау I осорона ҡараған сәсәни драхмалары, шулай уҡ Хорезм[20] тәңкәһе табыла.

Новгород йылъяҙмаларында Чусыу 1396 йылда телгә алына[21]. Урыҫтар Уралды XV быуат башынан әүҙем үҙләштерә башлай, Урал тауҙарының көнбайыш битләүҙәре буйлап төньяҡтан көньяҡҡа, Печора һәм Үрге Кама буйы аша, үрләйҙәр.

Чусыуҙа тәүге урыҫ ауылдары 1568 йылда ғына барлыҡҡа килә, Чусыу йылғаһының бөтә бассейны сауҙагәр Строгановтарға бирелгәнлектән, уларҙың исеме менән бәйле. Ермак тап шул Строгановтарҙан Чусыу һәм Серебряная буйлап Урал артына сыҡҡанда аҙыҡ-түлек ала. 1581 йылдың көҙөндә стругтарҙа Чусыу һәм Серебрянаянан Жеравля (Жаровля) йылғаһына, шунан Тагил ҡушылдығы Бәрәнсегә сыға. Ҡышлай ҙа Тагил буйлап Тураға, ә һуңынан Тубылдан Иртышҡа[6][22] үтә.

Һуңынан Урал аръяғындағы мул ер (шул иҫәптән Чусыу башы) Демидовтарға бирелә. Строгановтар һәм Демидов биләмәләре араһында сик Межевая Утка йылғаһы аша үтә. Чусыуҙың үрге ағымындағы бай ятҡылыҡтар базаһында тимер ҡойоу заводтары: Полевской (1722 йыл), Васильев-Шайтанский (1732 йыл), Рәүҙе (1734 йыл), Северский (1735 йыл) һәм башҡалар төҙөлә.

Чусыу — Урал тау заводтарының транспорт артерияһы

үҙгәртергә

Тимер юл төҙөлгәнгә тиклем, Чусыу Урал металын Рәсәйҙең Европа өлөшөнә сығарыу өсөн мөһим транспорт магистрале булараҡ файҙаланыла. Һәр яҙ һайын ташҡын менән бергә металл тейәлгән баркалар — «тимер каруандар» — Чусыуҙың үрге ағымындағы пристандәрҙән Пермгә йүнәлгән. Һыу кимәлен күтәреү өсөн завод быуалары асылған.

1841 йылда йылғала беренсе пар судноһы — «Никита Демидов» пароходы барлыҡҡа килә. Судно өс йыл дауамында Старая Утка заводы продукцияһын Соҡсон менән Левшино араһында ташый. 1844 йылда «Никита Демидов» Чусыу йылғаһының урта ағымы буйлап Сылва тамағынан Старая Уткаға етергә тырыша, әммә 24 көндә (барлығы 200 саҡрым үтеп) Вашкур шаршһында пароход ағып китә һәм баркаға барып һуғыла.

Ташҡын осоронда ҡыуғын ауыр ағас суднолар өсөн бик ҡурҡыныс була, шәп ағым уларҙы яр буйы ҡаяларына һуға, улар ҡыйрала. Иң хәүефле ҡаялар «яугир» тип аталған. Баркалар каруанын Чусыу йылғаһы буйлап тәжрибәле ҡыуғынсылар ғына тупһалар һәм ҡаяларға һуғылмай үткәрә алған. 1877 йылдың яҙында ғына Юлбаҫар ташына 23 баржа бәрелеп ҡыйрала һәм йөҙҙән ашыу ҡыуғынсы батып үлә[23]. Быға бәйле XVII—XIX быуаттарҙа Чусыуҙа судно йөрөтөү шарттарын яҡшыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарылған. Иң хәүефле яугир ҡаялар шартлатыла, шаршылар һәм тупһалар эре таштарҙан таҙартыла һәм причал яһарлыҡ бағаналар ҡуйыла. Көслө ағым баркаларҙы хәүефле ҡаяларға сығарған урындарҙа заплавень — һуғылыуҙы йомшарта торған бүрәнә системаһы ҡоралар. Шәп ағым шарттарында судноларҙың хәрәкәт тиҙлеген кәметеү маҡсатында баркалар борты аша лоттар — сәнскеле ауыр суйын ҡойолмалар ташлағандар. 1873 йыл йомғаҡтары буйынса, йылға буйлап йөк үткәреү 8049 мең бот тәшкил иткән. 1890-сы йылдарҙа йылғала суднолар ҡыйралышы дөйөм рейстар һанынан 10%-тан 4 %-ҡа тиклем кәмей.

1878 йыл Чусыуҙы үҙләштереүҙә мөһим осор була: Урал тау завод тимер юлында хәрәкәт башлана, һәм йылғаның транспорт әһәмиәте кәмегәндән-кәмей (XIX быуат ахырына тиклем йыллыҡ йөк әйләнеше 6700 бот тирәһе була)[6]. XX быуат башында йылға буйлап завод суднолары каруаны йөрөмәгән; бары тик икмәк, материалдар һәм башҡа припас тейәгән айырым баркалар ғына йөрөгән. Чусыу буйлап һуңғы баркалар 1920-се йылдарҙа ғына үтә. Шуға бәйле йылға ярҙарындағы боронғо ауылдарҙа ла халыҡ һаны кәмей; XX быуат ахырына уларҙың күпселеген халҡы ташлап китә.

Һыуҙы файҙаланыу тарихы

үҙгәртергә

XVIII быуатта уҡ урыҫ ғалимы Пётр Симон Паллас Чусыуҙы һәм Иҫәтте канал менән тоташтырыу идеяһын әйткән. Уларҙы тоташтырғас, Волга менән Обь йылғалары бассейндары ла суднолар йөрөрлөк юл менән тоташтырылыр ине. 1815 йылда хатта ҡаҙыу эштәре лә башлана: Үрге Иҫәт заводы идарасыһы Г. Ф. Зотов башланғысы менән Топкая (Чусыу ҡушылдығы) һәм Решётка (Иҫәт ҡушылдығы)[6] йылғалары араһында ике километрға һуҙылған канал ҡаҙыла. Канал Чусыуҙан Иҫәткә һыу үткәреү өсөн тәғәйенләәнгән була, әммә былай ҙа аҙ һыулы Чусыуға бөтөнләй һайығыу ҡурҡынысы янай тигәндән сығып, канал күмелә. Был проектҡа бер быуат үткәс, XX быуат башында, әйләнеп ҡайталар, әммә эштәр тағы ла смет төҙөүҙән ары китмәй.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Уралдағы иң ҙур ҡала — Свердловскиҙы һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу маҡсатында Волчиха һыуһаҡлағысы булдырыла. Һыуһаҡлағыс һыуы үҙағышлы канал буйлап Решётка йылғаһына һәм артабан ҡала урынлашҡан Иҫәт йылғаһына аға.

1960-сы йылдарҙа ярайһы уҡ етди рәүештә СССР-ҙың Европа өлөшөн Себер өлөшө менән бәйләүсе трансурал һыу юлын төҙөү мәсьәләһе ҡарала. Чусыу был юлдың бер өлөшөнә әйләнергә тейеш була, һәм унда һыуһаҡлағыс каскадтары төҙөү планлаштырыла. 1980-се йылдарҙа Уралдың көнсығыш битләүҙәрендәге йылғаларҙы һыу менән яһалма тулыландырыу проекттары эшләнә. Бының өсөн Вишераның үрге ағымында, шулай уҡ Чусыу йылғаһы ҡушылдыҡтарында — Койва, Усьвала һыуһаҡлағыстар һәм тоннелдәр системаһы төҙөү кәрәк була. Был проекттар XXI быуат башына ғәмәлләштерелмәй ҡала.

Йылға бассейнын тикшереү

үҙгәртергә

Чусыу йылғаһының бассейны, бигерәк тә үрге өлөшө, оҙаҡ йылдар дауамында бик аҙ тикшерелә. XVII быуат аҙағында Ҡытайҙағы урыҫ илселегенә етәкселек иткән голландтар Избрант Идес һәм Адам Бранд Чусыуҙы тасуирлай. XIX быуатта йылға бассейнын геология йәһәтенән етди фәнни тикшереүҙе «Геологическое описание Европейской России и хребта Уральского» фундаменталь хеҙмәт авторы инглиз ғалимы Р. И. Мурчисон (1792—1871) үткәрә. Шул уҡ ваҡытта был районды урыҫ ғалимы, тәбиғәт фәндәре белгесе, «Палеонтология России» хеҙмәте авторы Э. И. Эйхвальд (1795—1876)[24] та өйрәнә.

Чусыу йылғаһының башы рәсми рәүештә XIX—XX быуат сиктәрендә генә тикшерелә;быны Ҡазан университеты профессоры П. И. Кротов эшләй.

Чусыу йылғаһы ярындағы мәмерйә археологик ҡомартҡыларын өйрәнеүгә Ю. Б. Сериков етәкселегендәге Түбәнге Тагил дәүләт педагогия институты экспедициялары ҙур өлөш индерә. СССР Фәндәр академияһының һәм Урал юғары уҡыу йорттарының Чусыу буйындағы ауыл хаҡының көнкүрешен тасуирлаусы күп һанлы этнографик экспедициялары 1950—1960 йылдарға ҡарай.

Хужалыҡта ҡулланылышы

үҙгәртергә

Чусыуҙың һыуы киң ҡулланыла. Атап әйткәндә, Екатеринбургты һәм уның тирә-йүнен һыу менән тәьмин итеү өсөн, Волчиха һыуһаҡлағысынан һыу Үрге Иҫәт быуаһына бирелә. Һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу маҡсатында 1970-се йылдар уртаһында Наҙы-Петровск каскады булдырыла — шул гидросистема ярҙамында һыу Өфө йылғаһындағы Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысынан Көнбайыш Чусыуға бирелә. Чусыу йылғаһы ҡушылдыҡтарында 15 бәләкәй (завод) һыуһаҡлағыс һәм быуа бар[25].

 
Чусыу йылғаһының Кама һыуһаҡлағысына ҡойған урынын тимер юл күпере киҫеп үтә

Йылға бассейнында XVII быуаттан бирле эшләп килгән күп һанлы файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары урынлашҡан; уларҙың бер өлөшө эшкәртелеп туҡтаған, бер өлөшө хәҙерге көнгә тиклем үҙләштерелә. Был урындарҙың ер аҫты байлыҡтары иҫәбендә тимер, хром мәғдәндәре, платина, алтын, алмас, таш күмер бар.

Чусыу ҡалаһынан башлап йылға буйлап суднолар йөрөй, әммә уның транспорт юлы булараҡ әһәмиәте ҙур түгел. Чусыу ҡултығы тамағында һыу өҫтөнән 9,5 метр бейеклектә күпер тора, һәм уның аҫтынан ҡайһы бер төр суднолар ғына үтә ала.

1930-сы йылдарҙан 1980-се йылдар башына тиклем йылға бассейнында ағас әҙерләү әүҙем алып барыла; урман Чусыу буйлап һал һәм ҡыуғын ысулы менән (һибеп) менән ағыҙыла, был йырҙаны бысратыуға килтерә. Чусыу буйлап һуңғы ҡыуғын 1973 йылда үтә. 1990-сы йылдарҙан ҡыуғын Рәсәйҙә закон менән тыйыла[26].

Йылғаһы буйындағы төп тораҡ пункттар (инешенән тамағына табан): Рәүҙе, Первоуральск ҡалаһы, Белембай ҡасабаһы, Староуткинск ҡасабаһы, Кын ауылы, Усть-Койва ҡасабаһы, Чусыу ҡалаһы, Лямино, Верхнечусовский ҡаласыҡтары ҡала тибындағы ҡасабалары.

Экологияһы

үҙгәртергә

Пермь крайының Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау идаралығы мәғлүмәте буйынса, Чусыу ҡалаһы районында һыу ярайһы уҡ бысраҡ һәм хужалыҡ-эсәр һәм санитар-көнкүреш нормаларына тап килмәй. Атап әйткәндә, 2006 йылға был пунктта билдәләнгән: концентрацияның рөхсәт ителгән сикке кимәленән (ПДК) уртаса йыллыҡ күрһәткестәренең артып китеүе баҡыр буйынса — 2 ПДК, марганец буйынса — 8 ПДК, дөйөм тимер буйынса — 5 ПДК, нефть продукттары буйынса — 2 ПДК (2003 йылда был дәүмәл 21 ПДК тәшкил иткәнен билдәләп китергә кәрәк). Алты валентлы хромдың бер тапҡырлы иң ҙур концентрацияһы 1,5 ПДК (хром менән Первоуральск ҡалаһындағы «Хромпик» заводы бысрата). Чусыу йылғаһындағы һыуҙың сифаты түбән булған нефть продукттары менән бысраныу торошоноң бер аҙ яҡшырыуы иҫәбенә Чусыу ҡалаһынан түбәнерәк йылғаның һыу сифаты 6-сы кластан 4-се «бысраҡ һыу» класына күсә[27]. Пермь крайы территорияһында Чусыуҙы иң ныҡ бысратыусы — Чусыу металлургия заводы (2005 йылда йылғаға 32,5 млн м³ яҡшылап таҙартылмаған ҡалдыҡ һыу һәм 47 мең тонна бысратыусы матдә, шул иҫәптән ванадий — 2,37 тонна, марганец — 2,85 тонна) һәм Чусыу «Горводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы (8,6 млн м³ ҡалдыҡ һыу, шуның 7,0 млн м³ ғына нормаға ярашлы таҙартылған)[28].

1960 йылдарҙа билдәле Урал яҙыусыһы Б. С. Рябинин башланғысы менән беренсе тапҡыр йылғаның экологик проблемаларына йәмәғәтселек иғтибары йәлеп ителде. 1960—1988 йылдарҙа Урал ғалимы Е. В. Ястребов «Чусыу йылғаһы» милли паркы проектын эшләй. Тәбиғәт паркы ойоштороу тураһында Свердловск өлкәһе хөкүмәте ҡарары 2004 йылда ғына сыға. Парк майҙаны 77 146 гектар тәшкил итә. Ике участкаға бүленгән (Чусыу — 56 771 гектар, Висим — 20 375 гектар), ул өс ҡала округы: Горноуральский, Шалинский һәм Староуткинский территорияларында урынлашҡан. Парк үҙ эсенә 36 тәбиғәт ҡомартҡыһын, 6 индустриаль мираҫ ҡомартҡыһын, 3 тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһын индерә.

1980 йылда йылға буйындағы әҙме-күпме билдәле булған «таштар» уларҙың тарихи атамалары тураһында хәбәр итеүсе табличкалар менән тәьмин ителә.

 
Чусыу йылғаһы ярындағы таш янындағы ҡуналҡа. С. М. Прокудин-Горский фотоһы, 1912

Чусыу элек-электән яңғырауыҡлы атамалы ҡаялары менән дан тота. Еңел турист кәмәләре өсөн хәүеф тыуҙырмай һәм матурлығы менән туристарҙы йәлеп итә. 1960-сы йылдарҙа уҡ йылға буйлап Коуров турбазаһы (1987 йылдан «Чусыу турбазаһы» тип атала) тарафынан хеҙмәтләндерелгән Слобода ауылынан башлап Чусыуға тиклем бөтә союз туристик маршрут әҙерләнә. Йыл һайын йылға һәм уныың ҡушылдыҡтары буйлап походтарҙа 3 меңгә яҡын кеше ҡатнаша[6].

Яҙ ҙа (йылға апрель аҙағында боҙҙан әрселә), йәй ҙә (йәй йылға ныҡ һайыға) һал менән ағып төшөргә була. Ҡатмарлылыҡ категорияһы — I, ҡаршылыҡтарҙан фәҡәт күпер терәктәре генә. Коуровка ауылынан башлап ағырға мөмкин, унда Екатеринбургтан электропоезда барыла. Ауылдан йыраҡ түгел турбаза бар, унда кәрәк-яраҡты ҡуртымға алырға мөмкин. Шулай уҡ тәбиғәт паркы башланған һәм парктың беренсе базаһы урынлашҡан Староуткинск ҡасабаһынан ағып төшөргө мөмкин.

Йылғаның иң матур урыны — Усть-Утка ауылынан түбәнерәк урта ағымында. Бында Түбәнге Тагил аша эләгергә мөмкин, ҡала менән автобус бәйләнеше булдырылған. Усть-Утканан түбәнерәк тораҡ пункттар аҙ, шуға күрә ағыуҙы тамамлау урындары күп түгел, төп урындар — Кын ҡасабаһы, Үрге Ослянка ауылы, Чусыу ҡалаһы. Йыш ҡына ағыуҙы башлау өсөн Чусыуҙың төп ҡушылдыҡтарының береһен — Висимо-Уткинск ҡасабаһынан башлап Межевая Утка йылғаһын, Усть-Койва ауылынан башлап Койва йылғаһын һайлайҙар.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
Никита Акинфиевич Демидов тыуған урында иҫтәлекле тәре

Чусыуҙа күрер өсөн иң ҡыҙыҡлыһы — уның гүзәл яр буйҙары һәм йылға ағымы өҫтөндә аҫылынып торған ҡырыҫ яугир таштары. Күп ҡаялар, тәбиғәт ҡомартҡыһы[29] булараҡ, дәүләт һағына алынған. Күп таштар эсендә башлыса карстан барлыҡҡа килгән мәмерйәләр һәм мәғәрәләр бар.

Йылға буйында ҡыҙыҡлы объект тип үҙенсәлекле күренешле ҡая таш массивы булған Плакун ташын, билдәле археологик ҡомартҡылар булған Вашкор ташын, Шайтан мәмерйәләрен һәм Ябалаҡ (Филин) ташын (Коуровка турбазаһынанм 312 км) атарға була, уларҙың ярыҡтарында б. э. т. 1 мең йыл менән билдәләнгән керамика фрагменттары табылған[30]

Уң ярында Писаный ташына ҡаршы (Коуровка турбазаһынан 180 км алыҫлыҡта) таш киҫәгенән иҫтәлекле тәре ҡуйылған. 1779 йылдың 31 майында Никита Демидов Акинфий Демидовтың кинйә улы Никита Демидов 1724 йылда тыуған урында ҡуйылған. Тәре бейеклеге — 2,6 метр.

Чусыуҙың һул ярында тамағынан Коуровка турбазаһынан 316 км алыҫлыҡта Чусыуға Поныш йылғаһы ҡушыла. Тамағынан 3 км үрҙәрәк Чудесница мәмерйәһе — Чусыу йылғаһы үҙәненең иң ҙур мәмерйәһе урынлашҡан.

Коуровка турбазаһынан 326 км алыҫлыҡта ГУЛАГ системаһына ингән ике лагерь харабаһы урынлашҡан. 1942 йылдан 1944 йылға тиклем бында Поныш (Вашкур) ГЭС-ы төҙөлгән, 1943 йылда төҙөлөштә 1300 тотҡон эшләгән, Всесвятский станцияһына тар колеялы тимер юл төҙөлгән, урман тураһында мәғлүмәт теркәп барылған. 50-се йылдарҙа лагерҙа тотҡондар һаны 2,5 меңгә еткән. Лагерь пунктының рәсми атамаһы — «Створ» (Бик).

Чусыуҙың уң ярында Коуровка турбазаһынан 332 км алыҫлыҡта ландшафт тәбиғәт ҡомартҡыһы Һаңғырау таштар (Глухие камни) (бейеклеге 100 етрға тиклем) һәм Зәңгәр Күл (карст ҡоҙоғо, тикшерелгән тәрәнлеге 56 м) бар.

Чусыу ҡалаһынан 6 километрҙа (Коуровка турбазаһынан 344 км) «Чусыу йылғаһы музейы» урынлашҡан, унда йылға менән бәйле йәшәйеш һәм йылға тураһында төрлө экспонаттар йыйылған.

Слобода ауылынан һәм Коуровка станцияһынан йыраҡ түгел С. В. Муратов нигеҙ һалған һәм башта уҡытыуҙа ғына ҡулланылған бинаны ғалимдың уҡыусыһы профессор К. А. Бархатова фәнни-уҡытыу бинаһына әйләндергән Урал дәүләт университетының Коуров астрономик обсерваторияһы урынлашҡан.

Чусыу йылғаһының түбәнге ағымындағы уң ярында ГУЛАГ системаһына ҡараған ВС-389/36 лагеры урынында «Пермь-36» тип аталған сәйәси золом тарихы музейы урынлашҡан.

Чусыу әҙәбиәттә һәм сәнғәттә

үҙгәртергә
 
СССР почта маркаһы: Урал. Чусу йылғаһы.

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Чусыу йылғаһы, дөйөм алғанда, күп нәфис әҙәби әҫәрҙәрҙең ваҡиғалары барған урын булып тора, улар араһында[6]: Ф. М. Решетниковтың «Подлиповцы», Д. Н. Мамин-Сибиряктың «На реке Чусовой», «В камнях» һәм «Бойцы», А. В. Ивановтың «Золото бунта, или Вниз по реке теснин», «Сердце Пармы», «Географ глобус пропил», Е. Фёдоровтың «Каменный пояс», В. П. Астафьевтың «Веселый солдат. (Солдат женится)», шулай уҡ П П. Бажовтың ҡайһы бер әкиәттәре.

Чусыу йылғаһына, уның географияһына, флора һәм фаунаһына, бассейнды үҙләштереү тарихына һәм хәҙерге торошона Екатеринбург яҙыусыһы А. В. Ивановтың non-fiction жанрында яҙылған «Message: Чусовая» китабы арналған[31][32].

Режиссёр Григорий Александровтың билдәле совет музыкаль кинокомедияһы "Волга, Волга"ның күп эпизодтары Чусыу йылғаһының түбәнге ағымында төшөрөлгән[33]. Слобода ауылында Ярополк Лапшиндың «Угрюм-река» фильмы төшөрөлгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 1. Кама/ Под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1966. — 324 с.
  2. Белявский П. Е., Рудаков В. Е. Кама, река // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. «Чусовая» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  4. Сайт реки Чусовой. Дата обращения: 22 апрель 2019. 2019 йыл 26 апрель архивланған.
  5. Карта бите O-41-XXXI. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 6,8 Рудольф Кашин. Чусовая: исторический портрет // Билеты есть, № 6-7, 2006 г. Дата обращения: 15 июль 2008. Архивировано 20 июнь 2009 года. 2009 йыл 20 июнь архивланған.
  7. 7,0 7,1 Описание Чусовой. Дата обращения: 4 июль 2008. Архивировано 12 апрель 2009 года. 2009 йыл 12 апрель архивланған.
  8. Чусовая // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  9. YouTube сайтында Башкирское родословие: Унлар
  10. Хамидуллин С. И. Исторические гунны и их потомки (Русский) // Ватандаш : Журнал. — 2011. — № 10. — С. 3–13. — ISSN 1683–3554.
  11. Распопов П. Река Чусовая: Путеводитель от Коуровки до города Чусового. — Издательские решения, 2017. — С. 6—7. — 394 с. — ISBN 978-5-4483-6165-4.
  12. Поспелов Е. М. Поспелов. Школьный топонимический словарь: Пособие для учащихся среднего и старшего возраста. — М.: Просвещение, 1988. — С. 214—215. — 224 с. — 350 000 экз. — ISBN 5-09-000824-8.
  13. Кривощёкова-Гантман А. С. Географические названия Верхнего Прикамья (С кратким топонимическим словарём). — Пермь: Кн. изд-во, 1983. — С. 158—161. — 174 с. — 5000 экз.
  14. Корчагин П. А., Лобанова А. С. Очерки ранней истории Перми Великой: водно-волоковые пути // Вестник Пермского университета. Серия: История. — 2012. — № 1 (18). — С. 129
  15. Шейдлин А. Горная Чусовая // Чусовая. — Москва: Издание Центрального Совета ОПТЭ, 1936.
  16. Чусовая — Энциклопедия «Вода России». Дата обращения: 15 апрель 2020.
  17. Сылва // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  18. Описание Чусовой. Дата обращения: 4 июль 2008. Архивировано из оригинала 12 апрель 2009 года. 2009 йыл 12 апрель архивланған.
  19. Уральские учёные изучают фрагмент скелета человека, жившего тысячи лет назад. www.vesti.ru. Дата обращения: 22 апрель 2019., 25 июня 2014
  20. Голдобин А. В., Мельничук А. Ф., Перескоков М. Л., Чурилов Э. В. Ранне-средневековый культовый комплекс городища Усть-Сылва // Вестник Пермского университета. Серия: История. — 2016. — № 1 (32). — С. 42 — 44
  21. Н. Архипова. Горная страна — от Новой Земли до южных степей. Архивировано 26 ғинуар 2013 года. // Родина, № 11, 2001 г.
  22. Развитие судоходства в России. Дата обращения: 3 июль 2008. Архивировано 26 июль 2008 года. 2008 йыл 26 июль архивланған. // Речной флот. Ru
  23. Гл. ред.-сост. С.Барков. Туризм в Пермской области. — Пермь: ООО «Раритет-Пермь», 2002. — С. 119. — ISBN 5-93785-012-2.
  24. Д. Н. Мамин-Сибиряк. Бойцы. Очерк // Сборник «Уральские рассказы»
  25. Три вице-мэра Екатеринбурга посетили Нязепетровск — осмотреть каскад. Дата обращения: 22 апрель 2019. // АПИ, 7 июня 2008
  26. Водный кодекс РФ от 03.06.2006 N 74-ФЗ. Дата обращения: 22 апрель 2019.
  27. Материалы ежегодного сборника «О состоянии и охране окружающей среды Пермского края» за 2004 год. Дата обращения: 4 июль 2008. Архивировано 12 ғинуар 2010 года. 2010 йыл 12 ғинуар архивланған.
  28. Материалы ежегодного сборника «О состоянии и охране окружающей среды Пермского края» за 2005 год. Дата обращения: 4 июль 2008. Архивировано 20 июль 2011 года. 2011 йыл 20 июль архивланған.
  29. Указ губернатора Пермской области № 163 от 26.06.2001 г. «Об уточнении статуса, категории, границ и режима охраны особо охраняемых природных территорий». Дата обращения: 4 июль 2008. Архивировано 20 июль 2011 года. 2011 йыл 20 июль архивланған.
  30. ФИЛИН (ФИЛИНОВЫЙ) КАМЕНЬ, ЛАНДШАФТНЫЙ ПАМЯТНИК ПРИРОДЫ РЕГИОНАЛЬНОГО ЗНАЧЕНИЯ. Дата обращения: 20 ғинуар 2012. Архивировано 24 ғинуар 2012 года.(недоступная ссылка)
  31. Алексей Иванов. Message: Чусовая. — Санкт-Петербург: Азбука-классика, 2007. — 480 с. — ISBN 978-5-91181-280-5.
  32. Афиша «Рецензии» Message: Чусовая. Архивировано 15 июль 2012 года. 2012 йыл 15 июль архивланған.
  33. Римгайла Салис. У истоков «Волги-Волги». Дата обращения: 22 апрель 2019. // Киноведческие записки

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Чусовая // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Туризм в Пермской области / Гл. ред.-сост. С. Барков.. — Пермь: ООО «Раритет-Пермь», 2002. — ISBN 5-93785-012-2.
  • Торопов С. А. По голубым дорогам Прикамья: Туристские маршруты. — Пермь: Пермское книжное издательство, 1991.
  • Шейдлин А. Чусовая. — Москва: Издание Центрального Совета ОПТЭ, 1936.
  • Чусовая (рус.) (недоступная ссылка). www.perm1.ru. Дата обращения: 22 апреля 2019. Архивировано 13 апреля 2009 года. // Энциклопедия Пермской области

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES