Эмпатия — (грек теленән «pathos»-«ыҙалау», инглиз теленән «empathy» — ҡуша ҡайғырыу, үҙеңде икенсе кеше урынына ҡуя белеү) — ул үҙеңдән башҡа икенсе кешенең, ғөмүмән, ниндәй ҙә булһа тере йән эйәһенең тойоуын, үҙеңдекеләй итеп тоя, аңлай, һиҙә белеү[1].

Шулай уҡ эмпатия — сит-ят кешенең ҡайғыһын йә шатлығын уртаҡлаша белеү һәләте.

Психологик һүҙлектә эмпатияға ошондай аңлатма бирелә: эмпатия — ул индивидтың икенсе кешеләрҙең тойғоларына эмоциональ рәүештә яуап биреүе. Эмпатия икенсе кешенең күңел донъяһын, уның хис-тойғолорын, уйҙарын субъектив рәүештә ҡабул итеү, үҙләштереү.

Икенсе кешенең тойғоларын тоя, һиҙә белеү тик кешеләргә генә хас күренеш түгел. Ҡайһы бер ғалимдар күҙаллауынса, хайуандар, хатта үҫемлектәр ҙә икенсе берәүҙең тойғоларын һиҙә ала икән.

Мәҫәлән, электр тогының ҡаршылығын үлсәүсе ҡулланма — гальвонометрҙы — берәй ағас олонона тоташтырып, шул ағасҡа терәлеп тороусы кеше берәй ерен нимә менәндер яралаһа, гальвонометрҙың телдәре хәрәкәткә килә икән. Тимәк, ағас кешенең ауыртыныуын, йә булмаһа ҡырҡылған ваҡыттағы күҙәнәктәрҙең үлеүен тоя.

Американлы Филипп Диктың[2] «Бегущий по лезвию бритвы» (1968) романы буйынса фантастик нәфис фильм төшөрөлгән «Мечтают ли андроиды об электроовцах?» («Do Androids Dream of Electric Sheep?») (1982).

Авторҙар фекеренсә, әгәр ҙә робот кешенең ауыртыуын, ҡайғыһын, борсолоуын тоя ала икән, ул «кеше» тип аталырға лайыҡлы була ала. Һәм, киреһенсә, әгәр ҙә берәй кеше икенсе кешенең ҡайғыһын, ауыртыныуын, өҙгөләнеүен тоя, аңлай алмай икән, был кешенең «кеше» булып һаналырға хоҡуғы юҡ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Роджерс, К. Р. A theory of therapy, personality and interpersonal relationships as developed in the clientcentered framework // Psychology: A study of a science. Volume III: Formulations of the Person and the Social Contects / под. ред. Sigmund Koch. — Нью-Йорк: McGraw-Hill Book Company, 1959. — Т. 3.
  2. http://fantlab.ru/work5353
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «эмпатия  (рус.)» мәҡәләһе бар
  • Писхологический словарь/Под.ред. В. В. Давыдова, А. В. Запорожца, Б. Ф. Ломова и др.; Науч.-исслед. ин-т общей и педагогической психологии Акад.пед.наук СССР. — М.:Педагогика, 1983. — 448 с., илл.
  • Энциклопедия относительного и абсолютного знания / Бернард Вербер; [пер. с фр. К. В. Левиной]. — М.:ГЕЛЕОС:РИПОЛклассик, 2008. — 272 с. ил. — (Х.О premium).
  NODES