Ғәззә

Фәләстиндең Ғәззә провинцияһындағы ҡала

Ғәззә (ғәр. غزة‎) — Фәләстин милли хакимиәтенең Ғәззә (ур. Газа) провинцияһында халыҡ һаны буйынса иң эре ҡала, ғәмәлдә ХАМАС ойошмаһы идараһы аҫтында тора. Халҡы — 410 мең кеше (2006 йылға).

Ғәззә
ғәр. غَزَّةُ
Нигеҙләү датаһы Б. э. т. XV быуат
Рәсем
Рәсми атамаһы غزة
Этнохороним gazià[1], gazianes[1], gazians[1], gaziana[1], Gažan һәм Gažanka
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Фәләстин Дәүләте[2]
Административ үҙәге Ғәззә[d], Ғәззә секторы һәм Ғәззә[d]
Административ-территориаль берәмек Ғәззә[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d]
Хөкүмәт башлығы Nizar Hijazi[d]
Халыҡ һаны 590 481 кеше (2017)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 30 метр
Туғандаш ҡала Турин[4], Дюнкерк[d][5], Тель-Авив[6], Тәбриз, Тромсё[7], Кашкайш[d][8][9], Барселона[10], Касерес[d][11], Сен-Дени[d], Дюнкеркское городское сообщество[d], Османгази[d][12] һәм Измир
Майҙан 45 км²
Почта индексы 860
Рәсми сайт gaza-city.org
mogaza.org
Урынлашыу картаһы
Тема иҡтисады economy of Gaza City[d]
Карта
 Ғәззә Викимилектә

Төп мәҡәлә: Ғәззә тарихы

Бик борон замандарҙа нигеҙләнгән (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 3000 йылда), донъяның иң боронғо ҡалаларының береһе[13]. Библияла 22 тапҡыр телгә алына.

Ассирияның баҫып алыу һуғыштары барғанда Ғәззә йыш ҡына һөжүмдәргә дусар булып торған. Уның батшаһы Ганнуну шына яҙмалы текстарҙа телгә алына. Икенсе бер батшаһы Циллибел Ассирия батшаһы Синнахериб менән Йәһүҙиә батшаһы Хизкияһ (рус. Езекия) араһында һуғыш барғанда Сүриә батшаларының коалицияһына инмәй һәм шуның өсөн Синнахериб уға Хизкияһтан тартып алған ерҙәренең бер өлөшөн бирә. Ассирия ҡолағас, Нехао фирғәүен ҡыҫҡа ваҡытҡа Ғәззәне ала (беҙҙең эраға тиклем 608 йыл), ләкин Навуходоносор II тотош Сүриәне яулай, Ғәззә Яңы Бабил батшалығының һуңғы батшаһы Набонид осоронда ла әле Бабил хакимлығы аҫтында була[14]. Бабил ҡолағас, Ғәззә бер аҙға үҙ аллы булып ҡала һәм хатта Мысырға яу менән китеп барған фарсы батшаһы Камбизға теш күрһәтергә батырсылыҡ итә. Дарий ваҡытында ул эске идаралыҡҡа эйә була. Ошо заманда гректар менән бәйләнештәре көсәйә, шулай ҙа пелештиҙәрҙең үҙенсәлеклелеге һәм башҡа халыҡтарҙан айырылып тороуы байтаҡ ваҡыт эллиндар йоғонтоһона бирешмәй килә. Камбиздың баҫҡынсы һуғыштары барғанда (беҙҙең эраға тиклем 525 йыл) Ғәззәлә семит төркөмөнә ҡараған наббатиҙар күп була[15].

Искәндәр Зөлҡәрнәй беҙҙең эраға тиклем 333 йылдың ноябрендә бында ныҡлы ҡыршылыҡҡа осрай; Ғәззәне ул ике ай самаһы ҡамап тота, диуарҙарын емерә, халҡының байтаҡ өлөшөн ҡыра. Диадохтар осоронда Ғәззә һөжүмдәргә йыш дусар була. 312 йылда ошонда Птоломей тарафынан Димитрий Полиоркет ҡыйратыла. Мысыр хакимлығы аҫтында Ғәззә III быуат аҙағына тиклем була. Шунан уны (203) Антиох III баҫып ала. Селевкиҙәр ваҡытында Ғәззә йылдам эллинлаша һәм Маккавиҙар заманында яңырыу кисергән йәһүҙиҙәрга ҡаршы эллиндарҙың ышаныслы ҡәлғәһенә әүерелә. 104 йылда ул йәһүҙиҙәргә ҡаршы тороуҙа ярҙам һорап Птоломей VIII Латурға мөрәжәғәт итә, әммә ул Ғәззәне ҡотҡарып өлгөрмәй, ҡала йәһүҙи батшаһы Александр Яннай ҡулына эләгә.

Помпей (беҙҙең эраға тиклем 63 йыл) Ғәззәне азат итә, әммә Ирод осоронда ул йәнә Йәһүҙиәнең вассалына әүерелә һәм Ирод вафат булғандан һуң ғына азатлыҡ ала. Беҙҙең эраның башына Ғәззәлә нигеҙҙә гректар йәшәй[16]. Беҙҙең эраның 66 йылында уны баш күтәргән йәһүҙиҙәр яндыра.

Диоклетиан менән Бөйөк Константин I реформаларынан һуң Ғәззә Палестина I провинцияһына индерелә. Ғәззә бай һәм әһәмиәтле ҡала була. Христианлыҡ илсе (апостол) Филипп вәғәздәре ярҙамында бында иртә барлыҡҡа килә. Илсе Филимон Ғәззәнең беренсе епискобы була. Әммә дөйөм алғанда Ғәззәлә христианлыҡ бик оҙаҡ ныҡлы тамырланып китә алмай. Константин ярым мәжүси Ғәззәнән христиандар күп йәшәгән Майумды айыра һәм уны Констанция тип атай; әммә Юлиан ваҡытында ул ҡабат Ғәззәгә ҡушыла. Һуңыраҡ Ғәззә фекер һәм әҙәбиәт үҙәгенә әүерелә; риторика, философия һәм христиан шиғриәте сәскә ата. Ғәрәптәр Ғәззәне үҙҙәренә алырға тырыша. Хосров II ваҡытында фарсылар ҡулына эләгә, ә 634 йылда Ғәззә ғәрәптәрҙең хакимлығы аҫтында ҡала.

VII—IX быуаттарҙа ҡала Ғәрәп хәлифәлегенә ҡарай, IX—XI быуаттарҙа Мысыр батшалары хакимлығында була. XI быуат аҙағында тәре йөрөтөүселәр тарафынан баҫып алына, әммә улар Мысыр батшаһы Сәләх әд-Диндән еңелгәс (1187 йыл), Мысыр составына кире ҡайта.

1516 йылда Ғәззә төрөк ғосмандары тарафынан яулап алына һәм 1917 йылға тиклем Ғосман империяһы составында була. 1799 йылда Мысырға яу менән килгән Наполеон I тарафынан алына һәм ҡыҫҡа ваҡыт уның ҡулы аҫтында була.

Ғәрәп-Израиль ҡаршылығы

үҙгәртергә

19201947 йылдарҙа Ғәззә Фәләстиндәге Британия мандаты составына инә. 1929 йылда ғәрәп фетнәләре арҡаһында Ғәззәлә йәшәгән ғивриҙәр уны ташлап китә. Ғәрәптәрҙе тынысландырыу өсөн инглиздәр ғивриҙәргә Ғәззәгә күсеүҙе тыя[17].

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының 1947 йыл 29 ноябрь ҡарары менән Ғәззә буласаҡ ғәрәп территорияһы составына индерелә. 1948—1949 йылдарҙағы Ғәрәп-Израиль һуғышынан һуң — Мысыр Ғәрәп Республикаһы тарафынан, ә 1967 йылғы Алты көнлөк һуғыштан һуң Израиль тарафынан оккупациялана.

1994 йылдан — Фәләстин автономияһы идаралығы аҫтында.

2007 йылда ҡалала власты ХАМАС төркөмө тартып ала. ХАМАС-тың программаһы Израиль дәүләтен юҡ итеп, урынына ислам хакимлығын урынлаштырыуҙы күҙҙә тотҡанға күрә[18], уның етәкселеге, Фәләстинде азат итеү ойошмаһының Израиль менән төҙөгән килешеүе талабын үтәп, боевиктарын ҡоралһыҙландырыуҙан баш тарта. Ғәззә анархия һәм терроризм анклавына әүерелә[19][20]. Һөҙөмтәлә, элек автономияны финанслаған ҡайһы бер дәүләттәр иҡтисади санкциялар ҡуллана, ә Израиль менән Мысыр ҡаланы блокадаға ала[21].

Бойкот менән блокада ҡаланың иҡтисады һәм халҡы өсөн ауыр эҙемтәләргә килтерә, әммә Ғәззә секторынан Израиль территорияһына атыуҙар туҡталмай. 2009 йылдың ғинуарында Израиль атыуҙарға сик ҡуйыу маҡсатында «Ҡойолма ҡурғаш» операцияһын үткәрә. Ҡайһы бер дәүләттәр Израилде көстө самаһыҙ күп ҡулланыуҙа ғәйепләй. Операция һөҙөмтәһендә Израиль яғына атыуҙар кәмей, әммә 1400 фәләстин үлтерелә, меңдәрсә йорт, фабрика һәм йәмәғәт бинаһы емертелә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Кеше хоҡуҡтары буйынса советының Ричард Голдстоун етәкселегендәге комиссияһы Израиль менән ХАМАС-ты операция барышында хәрби енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепләй[22].

Израилдең хәрәкәттәре барышында һәләк булған 1 400-ҙән ашыу кешенең 500-ҙән 700-гә тиклеме ХАМАС вәкилдәре һәм фәләстин полицейҙары, 500-ҙән 900-гә тиклеме тыныс халыҡ, улар араһында йөҙҙәрсә бала була. 5 000-дән ашыу кеше йәрәхәтләнә.

2012 йылдың ноябрендә Израиль менән ХАМАС араһындағы хәрби хәрәкәттәр ҡабат яңыра.

Ғәззәнең климаты — субтропик урта диңгеҙ климаты, эҫе йәйле, йомшаҡ ҡышлы. Яуым-төшөмдөң уртаса кимәле 300 мм тирәһе тәшкил итә, бөтә яуым-төшөм ноябрҙән мартҡа тиклем яуа. Иң эҫе айҙары — июль һәм август, иң һалҡындары — ғинуар һәм февраль. Ғинуар-февралдә температураның уртаса минимумы — 7 °C, ә июль-августа 33 °C тәшкил итә.

 
Ҡала күренеше

Фәләстин үҙәк статистика бюроһының 1997 йылғы мәғлүмәттәре буйынса, Ғәззә ҡалаһында уның эргәһендәге Әл-Шати ҡасаҡтар лагерының халҡы менән бергә иҫәпләгәндә бөтәһе 353 115 кеше йәшәгән. Ирҙәр — 50,9 %, ҡатын-ҡыҙҙар — 49,1 %. 1998 йылға ҡарата Ғәззә халҡының 51,8 процентын ҡасаҡтар һәм уларҙың балалары тәшкил иткән.[23]

Халыҡ һаны динамикаһы:

  • 1914: 42 000 кеше
  • 1922: 17 426 кеше
  • 1945: 32 250 кеше
  • 1982: 100 272 кеше
  • 1997: 306 113 кеше
  • 2009: 449 221 кеше

Ғәззә халҡының төп өлөшөн сөнни мосолмандар тәшкил итә.

Христиандар һаны — 2 мең кеше. Ҡалала православие грек общинаһы бар[24]. Шулай уҡ католиктар общинаһы бар[25].

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
Ғәззәнең флагы. 2009 йылдың 2 феврале
  • Ғәззәнең Оло мәсете
  • Al Mat’haf археология музейы
  • Стадион.

Ҡалала бер нисә университет бар, уларҙа 28 500 студент уҡый. Иң билдәле уҡыу йорто — Әл-Әзһәр университеты.

Транспорт

үҙгәртергә
 
Ғәззә порты

Ғәззә — портлы ҡала, Ғәззәлә Ясир Арафат аэропорты бар, ул 19982001 йылдарҙа эшләй[26]. Ҡоро ер хәрәкәтен автомобиль юлдары тәьмин итә.

Туғанлашҡан ҡалалары

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 ésAdir > gazià | gaziana
  2. Gaza // archINFORM (нем.) — 1994.
  3. http://www.pcbs.gov.ps/Downloads/book2364-1.pdf
  4. https://web.archive.org/web/20130618182559/http://www.comune.torino.it/relint/inglese/gemellaggieaccordi/index.shtml
  5. https://web.archive.org/web/20071109212344/http://www.ville-dunkerque.fr/fr/entreprendrea-dunkerque/l-economie/dunkerque-internationale/index.html
  6. http://www.haaretz.com/news/tel-aviv-decides-to-retain-contract-with-gaza-city-as-twin-city-1.238958
  7. https://web.archive.org/web/20071027130749/http://www.tromso.kommune.no/index.gan?id=478&subid=0
  8. https://web.archive.org/web/20071111073847/http://www.cm-cascais.pt/Cascais/Cascais/Relacoes_internacionais/Cidades_Geminadas/
  9. https://www.cascais.pt/sub-area/gaza
  10. https://web.archive.org/web/20090216085914/http://w3.bcn.es/XMLServeis/XMLHomeLinkPl/0%2C4022%2C229724149_257215678_1%2C00.html
  11. https://web.archive.org/web/20100912024546/http://www.elperiodicoextremadura.com/noticias/noticia.asp?pkid=529644
  12. https://www.osmangazi.bel.tr/tr/osmangazi/kardes-sehirler
  13. Gaza globalsecurity.org
  14. Газа // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  15. Gaza nabataea.net
  16. Иудейские древности, кн.17, гл.11:4
  17. A Brief History of the Gaza Settlements
  18. Israeli Official Says Hamas Has Made Abbas Irrelevant // New York Times
  19. La Stampa: «После ухода из сектора Газы эта зона превратилась в центр терроризма». NEWSru.com (11 ғинуар 2006). — интервью израильского генерала Яакова Амидрора итальянской газете La Stampa. Дата обращения: 28 апрель 2010. Архивировано 20 август 2011 года.
  20. Лоренцо Кремонези. Corriere Della Sera: «Абу Мазен потерпел провал, в Газе нет ни закона, ни порядка». NEWSru.com (30 декабрь 2005). — интервью палестинской политической деятельницы Ханан Ашрауи итальянской газете Corriere Della Sera. Дата обращения: 28 апрель 2010. Архивировано 20 август 2011 года.
  21. Генсек ООН призвал Израиль снять блокаду сектора Газа
  22. Президент Израиля: Голдстоун признал законным убийство мирных израильтян // NEWSru.co.il
  23. Palestinian Population by Locality and Refugee Status 2008 йыл 7 ғинуар архивланған. Palestinian Central Bureau of Statistics (PCBS)
  24. Сектор Газа: крошечная диаспора христиан пребывает в страхе… («Asharq Alawsat», Великобритания) 2012 йыл 28 сентябрь архивланған.
  25. Католиков Газы оставили без воскресной мессы
  26. Аэропорты в Палестине
  27. Туғанлыҡ 2008 йылдың 10 февралендә туңдырыла.
  NODES
INTERN 2