Ҡыр турғайы (урыҫ. полевой воробей) (Passer montanus L)

Сыпсыҡ, ҡыр сыпсығы. Йорт турғайы ҙурлығында. Түг бәһе асыҡ көрән. Тамағында һәм сикәләрендә ҡара таптар бар. һырты ҡара таплы һарғылт көрән, өҫ яғы аҡһыл һоро. Йорт турғайынан көрән түбәһе, сикәләрендәге ҡара таптары менән айырыла.

Яңғырауыҡлы итеп сырылдай: «сыр-сыррр».

Ауылдағы, ҡалалағы ағаслыҡтарҙа, яҡын¬дағы урмандарҙа, ҡабаҡтарҙа йәшәй. Ултыраҡҡощ. Бик киң таралған. Ағас ҡыуыштарында, тәҙрә баштарында, ҡыйыҡ аҫтарында, өңдәрҙә оялай. 5—6 бөртөк аҡ төҫтәге йәки ҡара-көрән таплы һорғолт йомортҡаһы була. Яҙғыһын, зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерһә, көҙгөһөн игенгә зыян итә.

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90


  NODES