Ҡәбилә

халыҡтарҙың этник берекмәһе

Ҡәбилә (ырыулыҡ, элеккесә ил, иләү, олоҫ) — этник һәм социаль берлек тибы.

Ҡәбилә, уның ағзаларының үҙ-ара туғанлығы, күп баҫҡыслы структура, этнонимы, сиктәре теүәл билдәләнгән территорияһы, теле (йәки диалекты), дөйөм ҡәбилә үҙидаралығы (башлыҡ, ҡәбилә кәңәшмәһе), уртаҡ ата-баба тураһында төшөнсә (башлыса мифик ата-баба) булыу, мәҙәниәт һәм дини инаныуҙарының оҡшашлығы хас.

Башҡорттарҙа ҡәбилә, нигеҙҙә, ырыуҙарҙан һәм ырыу бүленештәренән һәм аныҡ структуралы булған; бер нисә ҡәбилә берлеге ырыу-ҡәбилә берләшмәһен хасил иткән. Төп ырыу-ҡәбилә атрибуттары булып тамға, оран, онгон иҫәпләнгән; тарихи ваҡиғалар шәжәрәләрҙә теркәлгән.

Ҡәбилә башында бей торған, ул ҡарар ҡабул итерҙән алда халыҡ йыйыны (ҡоролтай, йыйын) һәм аҡһаҡалдар ҡоро менән кәңәшләшкән. Ҡәбилә эсендә һәм ҡәбилә араһында үҙ-ара айырым общиналар ер менән шул биләмә сиктәрендә файҙаланған. Беҙҙең эраның 2-се мең йыллығының тәүге яртыһында ҡайһы бер ҡәбиләләр башҡорт ырыуҙары берләшмәләренә тупланған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң жалованный грамоталарҙа башҡорт ҡәбиләләренең аҫаба ерҙәргә хужа булыуы юридик яҡтан раҫланған. Борондан Урал буйы һәм Ағиҙел йылғаһының урта ағымы территорияһындағы урындағы фин-уғыр ҡәбиләләренең таралып ултырыу һәм күсеп килгән һинд-иран ҡәбиләләре, боронғо төрки ҡәбиләләр менән әүҙем аралашыу өлкәһе булған. IX—X быуаттарҙа Урал буйынса һәм Көньяҡ Уралға беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында Һырдаръя тирәһендә һәм Арал буйында формалашҡан башҡорт ҡәбиләләре килеп ултыра. Уларҙың этник нигеҙен түрәни (элеккесә: ирәни) күсмә ҡәбиләләре менән тығыҙ бәйләнеш тотҡан монгол һәм төрки ҡәбиләләр тәшкил иткән.

Башҡорт ҡәбиләләренең формалашыу тарихында 7 тарихи-этнографик осор билдәләнә: башҡорт (Бөрйән, Уран, Үҫәргән), иртә фин-уғыр-самодий (Өпәй, Терһәк, Һыҙғы, Ыуаныш), болғар-мадъяр (Бүләр, Танып, Юрматы), уғыҙ-ҡыпсаҡ (Әйле), ҡыпсаҡ (Ҡаңлы, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Мең), нуғай (Нуғай-Бөрйән, Нуғай-Юрматы) һәм Иҙел-Урал төбәгендә, Урта Азияла этник йоғонто һөҙөмтәһендә формалашҡан халыҡтар (ҡаҙаҡтар, мишәрҙәр, татарҙар). Таралып ултырыу һәм этник тарих барышында башҡорттарҙың көньяҡ-көнсығыш (Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Тамъян, Түңгәүер, Үҫәргән, Юрматы), төньяҡ-көнсығыш (Бишул, Бәҙрәк, Бәкәтин, Дыуан, Көҙәй, Ҡалмаҡ, Ҡатай, Ҡошсо, Ҡумрыҡ, Ҡыуаҡан, Мырҙалар, Өпәй, Табын, Терһәк, Һалйот, Һеңрән, Һыҙғы, Һырҙы, Әйле), көньяҡ-көнбайыш (Мең), төньяҡ-көнбайыш (Байлар, Балыҡсы, Бүләр, Гәрә, Ун, Уран, Ыуаныш, Йүрми) төп этнографик төркөмдәре барлыҡҡа килә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES