Үрсеү — барлыҡ тере организмдарҙың үҙҙәренә оҡшаш заттарҙы барлыҡҡа килтереү һәләтлеге. Төр эсендәге заттар һанын арттырыу, нәҫелде һәм тормошто дауам итеү үҙенсәлеге.

Виноград ҡусҡарҙары ҡауышыуы

Ике төп үрсеү төрө бар: енесле һәм енесһеҙ үрсеү. Күҙәнәкле организмдар өсөн үрсеү нигеҙе булып күҙәнәк бүленеүе тора[1].

Үрсеү — тере организмдарҙың характерлы үҙенсәлеге. Енесһеҙ һәм енси үрсеү була. Енесһеҙ үрсеүҙә бер генә зат ҡатнаша. Был осраҡта яңы организм инә организмдың тулы күсермәһе (клон) була. Сөнки, үҫеш бер үк биологик программа — генотип аша бара. Йәғни, бала зат әсәһенең копияһы була. Енесһеҙ үрсеү формалары: күҙәнәктәр бүленеү, бөрөләнеү, споралар яһалыу, вегетатив үрсеү.

Енесһеҙ үрсеү

үҙгәртергә

Енесһеҙ үрсеүҙә бер генә организм ҡатнаша, йәғни, яңы затҡа башланғысты инә организм ғына бирә. Атай организмы ҡатнашмай. Был үрсеүҙең нигеҙендә митоз процесы ята(һирәк осраҡта — амитоз). Шуға ла, был ысул менән үрсегәндә бала организм әсәһенең күсермәһе (клон) булып тора. Шулай уҡ, бер инә заттан яралған барлыҡ нәҫел үҙ-ара һәм инә организм менән бер-иш була.

Күҙәнәктәр бүленеү

үҙгәртергә

Бүленеү — енесһеҙ үрсеүҙең иң ябай формаһы. Был бер күҙәнәкле микроорганизмдарға хас. Бүленгән ваҡытта күҙәнәк ике бер төрлө киҫәккә айырыла. Бүленеү процессы төштән башлана, ул һуҙыла, оҙонса формаға керә һәм бүленә. Ике яңы төш барлыҡҡа килә, улар бер-береһенән йыраҡлашалар. Цитоплазмала бүлге яһала, ул аҡрынлар тәрәнәйә һәм ике йәш организм барлыҡҡа килә.

Амито́з, йәки күҙәнәктең туранан-тура бүленеүе (от грек. α — кире ҡағыу һәм грек. μίτος — «еп, сүс») — күҙәнәктәрҙең хромосомалар яһамайынса туранан-тура бүленеп үрсеүе[2]. Күҙәнәктең икегә бүленеү ысулы менән амёбалар, эвгленалар, инфузориялар үрсей. Инә күҙәнәк туҡланыуҙан туҡтай, кәрәкмәгән йәшәү продукттарынан арына, һуҙыла башлай. Тәүҙә төш бүленә. Күҙәнәк оҙоная һәм уртаға бүленә.

Мито́з (грек. μιτος — еп, сүс) — хромосомаларҙың икеләтә артыуынан һуң күҙәнәктәрҙең тигеҙ бүленеүе[3]; күҙәнәк бүленешенең төп формаһы; асылы хромосомдарҙың бүленгән күҙәнәктәрҙә тигеҙ бүленеп урынлашыуынан тора[4].

Митоздың биологик әһәмәте — хромосомаларҙы бала күҙәнәктәргә тигеҙ бүлеү һәм күҙәнәктәрҙең генетик әүерелешһеҙ үҫешен тәьмин итеү[5].

Мейо́з (грек. meiosis — кәмеү) йәки редукцион бүленеүэукариот күҙәнәк ядроһындағы хромосомалар һанын ике тапҡырға кәметеүҙе тәьмин итеүсе бүленеш. Редукцион һәм эквацион этапта башҡарыла. Мейозды гаметогенез менән бутамаҫҡа, гаметогенез — үҫемлектең енес күҙәнәге үҫеү стадияһы.

Спораларҙан үрсеү

үҙгәртергә

Тәбиғәттә енесһеҙ үрсеү формаһы — спораларҙан үрсеү киң таралған. Спора — тығыҙ тышсалы енесһеҙ үрсеү күҙәнеге. Споралар оҙак ваҡыт тынлыҡ хәләтендә була алалар. Ошо торошта улар тирә-яҡтыҡ уңайһыҙ шарттарын (һалҡынды, эҫене, ҡоролоҡто, артыҡ дымлылыҡты) үткәреп еберәләр. Уңайлы шарттар булыу менән споралар шыталар, бүленәләр һәм яңы заттар барлыҡҡа килтерәләр. Был юл менән күп күҙәнәкле һыу үҫемдәре, абаға һымаҡтар, юғары төҙөлөшлө бешмәктәр үрсей.

Вегетатив үрсеү

үҙгәртергә

Вегетатив үрсеү — тамырҙан, һабаҡтан һәм япраҡтан енесһеҙ үрсеү тибы. Был юл менән һыу үҫемлектәре, бәшмәктәр һәм ҡайһы бер юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр үрсей.

Вегетатив үрсеү нигеҙендә регенерацияға оҡшаған процесстар ята.

Регенерацияға һәләте булмаған хайуандарҙың (өйрөлмәктәр, нематодалар, ҡыҫалалар) вегетатив үрсеүгә һәләте юҡ. Ә регенерацияға һәләтле хайуандарҙың (балдаҡлы селәүсендәр, гидроидтар, яҫы селәүсендәр, энәтирелеләр) тәне киҫәктәргә бүленһә лә, һәр береһе үҙҙәрен «төҙөп» тулыландыра һәм яңы хайуанға әүерелә.

Бөрөләнеү

үҙгәртергә

Хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең һәм бәшмәктәрҙең енесһеҙ үрсеү тибы.

Яңы зат әсә организмындағы ҡалҡыу урын — бөрөнән барлыҡҡа килә. Бөрөләнеү ысулы менән үрсеү күп кенә бәшмәктәргә, мүктәргә, болоттарға, эсәк ҡыуышлыларға хас. Ҡайһы бер хайуандарҙа бөрөләнеп үрсеү аҙағына тиклем барып етмәй, йәш заттар әсә организмы менән тоташҡан хәлдә ҡала. Күп осраҡта колониялар барлыҡҡа килә.

Енесле үрсеү

үҙгәртергә
 

Енси үрсеүҙә махсус енес күҙәнәктәре — галеталар барлыҡҡа килтереүсе ике зат ҡатнаша. Яңы организм яралыу өсөн сперматозоидтың күкәй күҙәнәк менән ҡушылыуы кәрәк. Күкәй күҙәнәк менән бер генә сперматозоид ҡушыла. Енес күҙәнәктәренең ҡушылыу процессы аталану тип атала. Аталанған күкәй күҙәнәк зигота тип атала.

Һөйрәлеүселәр, ҡоштар һәм һөтимәрҙәрҙә эске аталаныу була. Инә организмдың инә күҙәнәктәре енес юлдарында аталандыралар. Һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар аталандырылған йомортҡа һалыу юлы менән үрсейҙәр.

Һөтимәрҙәрҙе аталаныу башҡарылғас, яралғы инә заттың аналығында үҫешә. Тулыһынса формалашҡас ҡына бала донъяға килә. Инә баланы махсус биҙҙере етештергән һөт имеҙеп үҫтерә.

Үҫемлектәргә, барлыҡ тере организмдар кеүек, енси үрсеү характерлы. Күпселек үҫемлектәрҙә енси һәм енесһеҙ үрсеү сиратлаша. Сәскәле үҫемлектәрҙә икеләтә аталаныу нәтижәһендә аталанған күкәй күҙәнәктән — яралғы, үҙәк күҙәнәктән эндосперм барлыҡҡа килә.

Орлоҡ ул — орлоҡло үҫемлектәрҙең енси юл менән үрсеү һәм таралыу органы. Орлоҡтар шытыу өсөн һыу, һауа һәм билдәле бер температура кәрәк. Шытҡанда яралғы һәм шытым запас туҡлыҡлы матдәләр менән туҡланалар. Орлоҡ шытҡанда орлоҡ өлөштәре ер өҫтөнә сығып үҫергә йәки тупраҡта ҡалып үҫергә мөмкин.

Индивидуаль үҫеш аталаныуҙан һәм зигота яралыуҙан башлана. Яралғы үҫешендә бүлгеләнеү, бластула, гастула һәм нейрула стадиялары бар. Туры һәм туры булмаған үҫеш була.

Гермафродитизм

үҙгәртергә

Гермафродитизм — бер үк организмда ата һәм әсә енес ағзалары булыу[6]. Селәүсендәр араһында гермофродидтар күп. Урарҙың организмында инә енес ағзалары ла, ата енес ағзалары ла була. Инә һәм ата енес ағзалары төлө ваҡытта өлгөргән осораҡта аталанау башҡа селәүсендәр менән аралаш башҡарыла. Әгәр ике төрлө енес күҙәнеҡтәре бер үк ваҡытта өлгөрһә, йомортҡа күҙәнәктәр шул уҡ организмдың сперматозоидтары менән аталана.

Партеногенез

үҙгәртергә

Партеногенез — күп кенә бөжәктәрҙә, ҡыҫала һымаҡтарҙа, ылымыҡтарҙа һәм бәшмәктәрҙә инә енес күҙәнәктәрҙең аталаныуҙан башҡа үрсеүҙәре[7]; йомортҡа күҙәнәгенең аталанмайынса үрсеүе[8]. Апомиксис үҫемлектәрҙең енесһеҙ үрсеүенең төрлө ысулдары[9]. Партеногенез — йомортҡа күҙәнәктең, енсһеҙ үрсеүҙәге кеүек, аталанмайынса үрсеү төрө. Был осраҡта енсеһеҙ үрсеүҙәге кеүек, генетик мәғлүмәт алышыу булмай. Үҫемлектәрҙә был процесс апомиксис тип атала.

Партеногенез кеблә, һыу бөрсәләре, кәҫәрткеләр, ҡайһы бер балыҡтар һәм хайуандарҙа булыуы билдәле[10].


Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Үрсеү — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
  3. Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф. С. Мурзакаев, 2001)
  4. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
  5. Биологический энциклопедический словарь / Гл. редактор Гиляров М. С.. — М.: Сов. энциклопедия, 1986. — 831 с. — 100 000 экз.
  6. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
  7. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
  8. Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф. С. Мурзакаев, 2001)
  9. Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф. С. Мурзакаев, 2001)
  10. Асланян, Солдатова, 2010, с. 17—19
  NODES