Һедда Циннер

Өфөлә йәшәп киткән шәхес

Һедда Циннер — (нем. Hedda Zinner; 20 май 1905 йыл — 4 июль 1994 йыл) — йәһүд сығышлы немец (алман) яҙыусыһы, актёр, журналист һәм радио хеҙмәткәре.

Һедда Циннер
нем. Hedda Zinner
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Германия
 Германия Демократик Республикаһы
Имя в браке Hedda Erpenbeck[4] һәм Hedda Erpenbeck-Zinner[4]
Псевдоним Elisabeth Frank[4] һәм Hannchen Lobesam[4]
Тыуған көнө 20 май 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Львов, Цислейтания[d], Австро-Венгрия[3][2]
Вафат булған көнө 4 июль 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[5][2] (90 йәш) или 1 июль 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[6] (90 йәш)
Вафат булған урыны Берлин, Германия[3][2]
Ерләнгән урыны Доротеенштадтское кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Фриц Эрпенбек
Балалары Йон Эрпенбек
Яҙма әҫәрҙәр теле Немец теле
Һөнәр төрө тәржемәсе, актёр, журналист, театр актёры, яҙыусы
Әүҙемлек урыны Берлин[3]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Германияның берҙәм социалистик партияһы һәм Германия коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Эра XX быуат
 Һедда Циннер Викимилектә
2 ноябрь,1966 йыл.Һулдан уңға: Лилли Бехер, һедда Циннер һәм Фриц Эрпенбек

Биографияһы

үҙгәртергә

Һедда Циннер 1905 йылдың 20 майында Львов ҡалаһында йәһүд Адольф Циннер ғаиләһендә тыуған. Мәктәптән һуң 1923—1925 йылдарҙа Венала театраль академияла уҡый. 1929 йылда Берлинда йәшәй башлағанға тиклем төрлө сәхнәләрҙә уйнай. 1929 йылда Циннер Германия Коммунистар партияһына инә (1946 йылдан — Германия Социалистик берҙәм партияһы — СЕПГ).

1930 йылдан Циннертөрлө баҫмаларҙа социаль-сәйәси һәм сатира-тәнҡитле шиғырҙарын баҫтыра. Фриц Эрпенбек менән танышып, тиҙҙән уға тормошҡа сыға. «Ҙур ҡамалыш» (нем. Großrazzia) тип аталған тентеү, ҡулға алыуҙарҙан һуң[7]1933 йылдың 15 мартында ғаиләгә ашығыс рәүештә Венаға ҡасырға тура килә. Киләһе йылына Прагаға күсенәләр, унда Һедда «Студия-1934» тип аталған сәйәси кабаре төҙөй һәм етәксе була (нем. Studio 1934).

1935 йылдың апрелендә Циннер ире менән СССР-ға күсенә. Башта Мәскәүҙә урынлашалар, ул «Көрәшселәр (Борцы)» кинокартинаһында героиняның — дирижер Клеберсбуш ҡатынының — тауышын немец телендә яңғырата (1936).

1935—1941 йылдарҙа Һедда Циннер «Мәскәү тауышы» радиоһының нем телендәге редакцияһында эшләй, радиопьесалар яҙа, «Немец үҙәк газетаһы» (нем. Deutsche Zentralzeitung) һәм башҡа баҫмаларҙа әҫәрҙәре сыға. . и различных литературных изданиях. СССР Яҙыусылар Союзы ағзалығына кандидат була.

1936 йылдың декабрендә Циннер совет гражданлығы ала.

1938 йылда Һедда Циннер "Немец үҙәк газетаһы"нда бүлек мөдире урынбаҫары.

1941 йылдың сентябренән Циннер вела передачи для женщин на «Немец халыҡ радиостанция»һының (нем. Deutscher Volkssender) ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тапшырыуҙарын алып бара.

1941 октябренән 1943 йылға тиклем Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә эвакуацияла була, ошонда уның улы Йон донъяға килә.

1945 йылдың июнендә Һедда Циннер ғиләһе менән Берлинға ҡайта.

1946 йылда Радиохәбәрҙәр йортонда (нем. Haus des Rundfunks) режиссёр булып эшләй башлай.

1950—1960 -сы йылдарҙа Шиффбауердаммдағы Театрҙа (нем. Theater am Schiffbauerdamm) режиссёр булып эшләй.

1946 йылда Циннер Немец ҡатын-ҡыҙҙар советына һайлана.

1958 йылда Германияның Социалистик берҙәм партияһының — (СЕПГ) V съезы делегаты итеп һайлана.

1959 йылдан Һедда Циннер Сит илдәр менән мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәтенең рәйес урынбаҫары була.

1975 йылда Циннер ГДР-ҙың «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнә. ГДР Яҙыусылар Союзының почетлы ағзаһы итеп алына.

Циннер ГДР-ҙың Демократик ҡатын-ҡыҙҙар союзында әүҙем эшләй, Германия-совет дуҫлығы йәмғиәтендә ҙур эш башҡара.

Берлинда Доротеенштадт зыяратында ерләнгән.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Unter Dächern — «Под крышами». Стихи, 1936
  • Das ist geschehen — «Это случилось». Стихи, 1939
  • Caféhaus Payer — «Кофейня „Пайер“». Пьеса, 1945
  • Humanistisches Sonett — «Гуманистический сонет», 1947
  • Alte Dichtung und Folklore fern und nah — «Древняя поэзия и фольклор издали и вблизи». Эссе, 1947
  • Alltag eines nicht alltäglichen Landes — «Обычный день необычной страны». Очерки и стихи, 1950
  • Spiel ins Leben — «Игра в жизнь». Пьеса, 1951
  • Der Mann mit dem Vogel — «Человек с птицей». Комедия, 1952
  • Freie Völker, freie Lieder — «Свободные народы — свободные песни». Стихи, 1952
  • Wir fahren nach Moskau — «Мы едем в Москву». Рассказы для детей, 1953
  • Der Teufelskreis — «Чёртов круг». Драма, 1953
  • Nur eine Frau — «Всего лишь женщина». Роман, 1954
  • Lützower — «Лютцовцы». Спектакль, 1955
  • General Landt — «Генерал Ландт». Спектакль, 1959
  • Was wäre wenn …? — «Что было б, если..»
  • Leistungskontrolle — «Контрольная работа». Молодёжный спектакль, 1960
  • Ravensbrücker Ballade — «Равенсбрюкская балада». Трагедия, 1961
  • Auf jeden Fall verdächtig — «В любом случае подозрительный». Пьеса, 1961
  • Ein Amerikaner in Berlin — «Американец в Берлине». Фарс, 1963
  • Wenn die Liebe stirbt — «Когда умирает любовь». Рассказы, 1965
  • Elisabeth Trowe — «Элизабет Трове». Киноновелла, 1969
  • Ahnen und Erben — «Предки и наследники». Трилогия
    • Regina — «Регина», 1968
    • Die Schwestern — «Сёстры», 1970
    • Fini — «Фини», 1973
  • Auf dem roten Teppich — «На красном ковре». Очерки, 1978
  • Katja — «Катя». Роман, 1980
  • Die Lösung — «Решение». Роман, 1981
  • Arrangement mit dem Tod — «Сделка со смертью». Роман, 1984
  • Glas und Spiegel — «Стекло и зеркало». Байки, песни, стихи, 1985
  • Die große Ungeduld — «Сильное нетерпение». Рассказы, 1988
  • Selbstbefragung — «Допрос себя самой». Мемуары, ISBN 3-371-00195-4
  • Ins Leben entlassen — «Отпустить в жизнь». Рассказы, 1990

Фильмдар

үҙгәртергә
  • 1956: «Чёртов круг»
  • 1958: «Всего лишь женщина»
  • 1962: «Ота из класса 12b»
  • 1972: «Лютцовцы»
  • 1988: «Актриса»

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

үҙгәртергә
  • 1954 — ГДР-ҙың милли премияһы
  • 1957 — ГДР-ҙың «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (көмөш)
  • 1959 — Берлиндың Иоганн Вольфганг фон Гёте ис. премияһы
  • 1960 — Лессинг ис. премия (ГДР)
  • 1964 —Карл фон Осецкий миҙалы (ГДР Тыныслыҡ советы)
  • 1974 — Лион Фейхтвангер ис. премия
  • 1975 — ГДР-ҙың «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (алтын)
  • 1980 — Карл Маркс ордены
  • 1989 — ГДР-ҙың Сәнғәт һәм әҙәбиәт буйынса милли премияһы (I класс)
  • ???? —Германия-совет дуҫлығы йәмғиәтенең Почетлы тамғаһы.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  NODES
INTERN 1